Шматько, Николай Гаврило улы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Николай Шматько һәм уның "Украин Аврораһы" скульптураһы

Николай Гаврило улы Шматько (укр. Микола Гаврилович Шматько) (1943-сө йылда Донецк өлкәһендә, Украина ССР-ында, Советтар Союзында тыуған) — украин рәссамы һәм скульпторы. Әлеге ваҡытта ул 2 улы менән Украинала йәшәй һәм ижад итә.

750 һәйкәл (барельеф, горельеф, скульптура) һәм 500 тирәһе рәсем эшләгән.

"Шматько һәм улдары" галереяһында күрһәтелгән автор коллекцияһында 70 скульптура һәм 300 тирәһе рәсем (живопись, графика) күргәҙмәгә ҡуйылған.[1]

2000 йылдан башлап ул Мәскәү Донья Цивилизация Институтының рәссам ижады кафедраһы профессоры.

Изге-Успен Изге-Тау Лавраһындағы "Святогорская Богородица" скульптураһы

2004 йылда Шматько үтенес буйынса Донецк өлкәһе Изге-Тау Лавраһы өсөн "Святогорская Богородица" [2] скульптураһын ижад итә. Богородица скульптураһы ҡуйылғас, реставрация эштәренән һуң Лавра яңынан асыла.

2005 йылда Полтава өлкәһе Келеберда ауылында Успение сиркәүе яңынан төҙөлгән, унда Шматьконың "Христосты тәрегә ҡаҙаҡлау" (урыҫ. Распятие Христа) скульптураһы ҡуйылған.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Премиялар

Православ Сиркәүендә ижады һәм "Святогорская Богородица" скульптураһы өсөн Николай Шматько Нестор-летописец орденын яулай.

[үҙгәртергә] Музейҙарға ҡуйылған әҫәрҙәре

Иван Сошенко бюсы (скульптор Николай Шматько)
  • Сошенко Иван Максим улы бюсы, Ижад Академияһының Т.Г.Шевченко исемендәге музейында (Санкт-Петербург) ҡуйылған. [3][4]

[үҙгәртергә] Күргәҙмәләр

[үҙгәртергә] "Шматько һәм улдары" галереяһы

[үҙгәртергә] Башҡа күргәҙмәләр

[үҙгәртергә] Иҫкәртмәләр

  1. Мраморная скульптура Короля мрамора Николая Шматько
  2. башҡ. Изге-Тау Богородицаһы
  3. Украинский художник Сошенко И.М. 1807-1876 (Каррарский мрамор 0,35x0,35x0,60)
  4. В дар Петербургскому музею Тараса Шевченко, в Академии Художеств передали бюст Ивана Сошенко)

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә