Шуҡшан ауыл Советы (Борай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шуҡшан ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Борай районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Шуҡшан ауыл Советы — Борай районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452964. ОКАТО коды — 80218849000. Ваныш ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

Төп йылғаһы: Тере Танып.

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оло Шуҡшан ауылы — административ үҙәк, ауыл Варҙитамаҡ, Ҡотлояр, Бәләкәй Шуҡшан, Яңы Ҡарғалы, Йомаҡай ауылдары.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
в) Ваныш-Алпауыт ауылында административ үҙәге менән, «Ваныш» атамаһын һаҡлап, Ваныш һәм Шуҡшан ауыл Советтарын берләштерергә.

Шуҡшан ауыл Советының Оло Шуҡшан, Варҙитамаҡ, Ҡотлояр, Бәләкәй Шуҡшан, Яңы Ҡарғалы, Йомаҡай ауылдарын Ваныш ауыл Советы составына индерергә.
Ваныш ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Шуҡшан ауыл Советын алып ташларға"

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда Балтас районы, Яңы Киҙгән ауыл Советы, Таҙлар ауыл Советы, Борай ауыл Советы, Ваныш ауыл Советы, Тепляк ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш.   («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]