Шыйҙа (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шыйҙа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Шыйҙа (рус. Шуйда) — Рәсәй, Силәбе өлкәһендәге тау һырты.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шыйҙа һырты Силәбе өлкәһендәге Ҡытаутамаҡ округы Һатҡы районында, Баҡал һәм Йүрүҙән ҡалалары араһында урынлашҡан.

Силәбегә тиклем араһы — 220 км, Өфөгә — 200 км, Йүрүҙәнгә — 6 км, Баҡалға — 7 км. Координаттары: 54°52′30″N 58°34′22″E[1]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шыйҙа һырты Баҡал тауҙары теҙмәһенә инә, улар араһында Боланды, Макарушкин, Еркүскән һәм Шихан тауҙары бар. Һырттың ҡырлаһындағы Йылан Ороһонда (рус. Еланина Шишка) Уралдың иң бейек урынлашҡан Кварцит мәмерйәһе урынлашҡан. Шыйҙаның уртаса бейеклеге 700—800 метр тәшкил итә. Иң бейек нөктәһе — 946 метр. 25 саҡрым оҙонлоҡтағы һырт Йүрүҙән йылғаһы туғайы менән Баҡал ҡалаһы араһында көнсығышҡа табан һуҙылып киткән.

Шыйҙа һыртының төньяҡ-көнсығыш яғында билдәле Баҡал мәғдән рудниктары бар, унда бына ике йөҙҙән ашыу йыл инде Урал тау заводтары өсөн сеймал алалар. Һырт оҙайлы ваҡытҡа етә торған ғәйәт ҙур мәғдән запастарын һаҡлай.

Һырттың битләүҙәре башлыса һоро кварциттан тора, ләкин айырым райондарҙа кварцит ныҡ емерелгән, таш йылғалар һәм һыу йыуған ташлыҡтар барлыҡҡа килгән[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуатта Рәсәйҙең билдәле сәйәхәтсеһе Лепёхин Иван Иванович тау исемен «шийда» һүҙенән тигән фараз әйтә. Йәғни, ороним башҡорт телендәге шыйҙа һүҙенән ингән, ул урыҫ теленә «жердь» тип тәржемә ителә. Был атама файҙаһына тағы ла бер дәлил бар — Шыйҙа һырты битләүҙәрендә сабынлыҡтаркүп, ә уларҙың ҡайһы берҙәре тау түбәһенә барып етә яҙған. Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сығарған 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә шыйҙа һүҙенең аңлатмаһы кәртәлек нәҙек оҙон ағас тип бирелә[3], ғәҙәттә уны бесән кәбәне үҙәге итеп ҡулланалар[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 [1]
  2. Хребет Шуйда
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит. — 673-сө бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит.