Шәғәлиев (Шаһивәлиев) Әхмәт (Шаһивәли) Шәғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәғәлиев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Исәмәт, Дмитриева Поляна ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР
Вафат булған көнө 22 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Шәғәлиев (Шаһивәлиев) Әхмәт (Шаһивәли) Шәғәли улы — 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. Өлкән сержант, орудие командиры. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942) менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәғәлиев (Шаһивәлиев) Әхмәт (Шаһивәли) Шәғәли улы Башҡорт АССР-ының Шаран районы Исәмәт ауылында 1905 йылда тыуған.

Хәрби юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаран районының хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 101-се атлы-артиллерия дивизияһында тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында орудие командиры.

1943 йылдың 22 февралендә Украина ССР-ының Ворошиловград өлкәһендәге Юлино-2 станцияһында һәләк булып, шунда ерләнә.

Хәрби наградаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]