Шәңгәрәев Миңзаһит Мозаһит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәңгәрәев Миңзаһит Мозаһит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 17 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Егетәк, Собханғол ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ауыл хужалығы
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Шәңгәрәев Миңзаһит Мозаһит улы (рус. Шангареев Минзагит Музагитович) — 17 ноябрь 1946 йыл) — ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.[1] Иҡтисад фәндәре кандидаты (2001).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңзаһит Мозаһит улы Шәңгәрәев 1946 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Егетәк ауылында тыуған.

1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1965 йылда ябай колхозсы булып башлай.

1965—1968 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң баш ветеринар врач, Туймазы районының «Өсән» колхозы рәйесе була.

1989—1991 йылдарҙа - халыҡ депутаттарының Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе[2].

1991 йылдан — Социнвестбанктың Туймазы филиалы директоры.

1990 Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Туймазы районы, 258-се Иҫке Туймазы һайлау округынан халыҡ депутаты итеп һайлана.

2002 йылдан — Туймазы муниципаль районының «Туймазинец» крәҫтиән (фермер) һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ассоциацияһы рәйесе[3]

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад фәндәре кандидаты. «Баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында малсылыҡты интенсификациялауҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеген арттырыу» тигән темаға диссертация яҙған[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
  3. АССОЦИАЦИЯ КРЕСТЬЯНСКИХ ФЕРМЕРСКИХ ХОЗЯЙСТВ И ИНЫХ СЕЛЬСКОХОЗЯЙСТВЕННЫХ ТОВАРОПРОИЗВОДИТЕЛЕЙ «ТУЙМАЗИНЕЦ»
  4. Повышение экономической эффективности интенсификации животноводства в условиях рыночных отношений(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.