Шәһәрстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәһәрстан
Бохаралағы шәһәрстан урамы

Шәһәрстан (фарсы. شهرستان‎ фарсы. شهر‎ [ʃāhɾ] — ҡала һәм фарсы. ستان‎ [stān] — урын), мәҙинә — Иран һәм Урта Азия ҡалаларының Урта быуаттарҙа ҡала эсендә, ләкин цитаделдең тышҡы яғында урынлашҡан бер өлөшө. Ғәҙәттә ҡала диуарҙарының, ҡайһы берҙә урамдарҙың геометрик яҡтан дөрөҫ һыҙаттарын ҡабатлаған.

Шәһәрстанда хөкүмәт учреждениелары, казармалар, кибеттәр, һөнәрселек оҫтаханалары, юлаусылар йорттары һәм торлаҡтары урынлашҡан. Тышҡы яғында сауҙа-һөнәрселек биҫтәләре (рабад), некрополдәр, каруанһарайҙар, усадьбалар, ҡайһы берҙә — цитадель булған[1].

Планлаштырылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыш ҡына шәһәрстан стеналары дөрөҫ дүртмөйөш формаһында булған. Ҡаланы ғәҙәттә сауҙа көмбәҙҙәре менән ҡапланған үҙәк сауҙа урамы киҫеп үтә. Үҙәк урамдарҙы бушатыу өсөн улар буйлап ҙур булмаған майҙандар — «кеҫәләр» төҙөлә , мәҫәлән, Бохарала Пои Калон ансамбле шундай.

Шәһәрстан ҡала кварталдары — һөнәрселек билдәләре буйынса күсеп ултырған мәхәлләләргә бүленә. Һәр мәхәлләлә үҙенең Һауыз һәм квартал мәсете була, ә халыҡ урындағы үҙидараны тормошҡа ашыра[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Пугаченкова Г. А. Зодчество Центральной Азии. XV век. — Ташкент: Изд. им. Гафура Гуляма, 1976. — С. 8—9. — 115 с. — 3000 экз.
  2. Засыпкин В. Н. Архитектура Средней Азии. — М.: Изд-во Академии архитекутры, 1948. — С. 12—13. — 158 с. — 10 000 экз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лавров В. А. Градостроительная культура Средней Азии. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. — 178 с. — 3000 экз.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рабад — Урта Азия ҡалаларында сауҙа-кәсеп урыны.
  • Регистан — Урта Азия ҡалаларының үҙәк майҙаны.
  • Медина — ғәрәп ҡалаһының шундай уҡ районы.
  • Ичан-Кала — Хиуаның беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән шәһәрстаны.
  • Посад — урта быуат рус ҡалаларының ошоға оҡшаш функцияларын башҡарған өлөшө.