Эсперанто теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Esperanto, Lingvo Internacia
Илдәр: донъяла 120 тирәһе ил
Телде белеүселәрҙең дөйөм һаны: 2 миллион тирәһе
Классификация (?)
Категория: Яһалма телдәр
Тел кодтары (?)
ISO 639-1: eo
ISO 639-2: epo
ISO 639-3: epo
Эсперанто байрағы

Эсперанто телеяһалма телдәр араһында иң киң кулланылған тел. Был телдең исеме 1887 йылда тәү башлап Unua Libro (Беренсе китап) мәҡәләһен баҫтырыусы Лазарь (Людвиг) Марк улы За́менһофтың псевдонимынан (Доктор Эсперанто) алынған. Эсперанто "өмөтләнеүсе" тигәнде аңлата. Заменгофтың маҡсаты – халыҡ-ара аңлашыу өсөн өйрәнеүгә еңел булған тел барлыҡҡа килтереү булған. Уның уйынса, был тел туған телдәрҙе алмаштырырға түгел, ә ярҙамсы тел булараҡ хеҙмәт итергә тейеш була. Рәсми рәүештә бер ил дә был телде ҡабул итмәһә лә, 100 000-дән алып 2 миллионға тиклем кеше эсперантоны ҡуллана, яҡынса 1 000 кеше өсөн был тел - туған тел. Бөгөнгө көндә эсперанто теле донъя сәйәхәттәрендә, киң мәғлүмәт сараларында, әҙәбиәттә, телевидениела һәм радиола ҡулланыла. Ҡайһы бер дәүләттәрҙең уҡыу системаһы һайланма рәүештә уҡытыу курстарын эсперанто телендә тәҡдим итә.

Тарих[үҙгәртергә]

Эсперанто 1870-се йылдар аҙағында – 1880–се йылдар башында поляк офтальмологы Людвиг Заменгоф тарафынан барлыҡҡа килтерелә. Эсперанто телен уйлап сығарғандан һуң ун йыл дауамында Заменгоф әҙәби әҫәрҙәрҙе был телгә әйләндергән һәм шулай уҡ ошо телдә прозаик әҫәрҙәр һәм шиғырҙар ижад иткән, ә 1887 йылдың июлендә Варшава ҡалаһында эсперанто теленең грамматикаһы баҫылып сыҡҡан. Артабанғы 50 йыл эсендә был телдә һөйләшеүсе кешеләр һаны Рус империяһы һәм Көнсығыш Европала, һуңынан Америкала, Ҡытайҙа һәм Японияла бик тиҙ артҡан. Тәүге йылдарҙа эсперанто телендә һөйләшеүселәр почта һәм матбуғат аша аралашҡан, ә 1905 йылда Францияның Було́нь-сюр-Мер ҡалаһында беренсе донъя Эсперанто телендә һөйләшеүселәр конгресы үткәрелгән. Шунан алып, бындай донъя конгрестары биш континентта, ике Донъя һуғышын һанамағанда, йыл һайын уҙғарылып, 6000-гә тиклем кеше йыйған. 20-се быуат башында ҡыҫка ваҡыт йәшәүсе Нейтраль Мореснет иле беренсе эсперанто иле итеп булдырылған. Ҡытайҙа 1911 йылғы Синьхай революцияһынан һуң ҡайһы бер төркөмдәрҙә ил менән 20-се быуатҡа сағыу итеп аяҡ баҫыу өсөн рәсми тел рәүешендә ҡытай теле урынына эсперанто телен ҡабул итеү тураһында һүҙ йөрөгән, әммә был йүнәлеш яраҡһыҙ тип табылған. Эсперанто ҡайһы бер халыҡ-ара ойошмаларҙа ҡулланыла, тик был ойошмаларҙың күбенеһе – эсперантоның үҙенә арналған ойошмалар. Шуларҙың иң ҙуры – Эсперанто донъя ойошмаһы, был ойошма БМО һәм ЮНЕСКО менән рәсми бәйләнеш тота.

Эсперантола һөйләшеүселәр йәмғиәте[үҙгәртергә]

Телдең географияһы[үҙгәртергә]

Эсперанто телендә һөйләшеүселәр Америка, Африка һәм Океанияға ҡарағанда Европа һәм Көнсығыш Азияла күберәк һәм ауылдарға ҡарағанда ҡалаларҙа күберәк. Бигерәк тә ул Европаның төньяҡ һәм көнсығыш илдәрендә, Азияның Ҡытай, Корея, Япония, Иран илдәрендә, Американың Бразилия, Аргентина һәм Мехико илдәрендә, Африканың Того һәм Мадагаскар илдәрендә киң таралған. Төрлө сығанаҡтар буйынса, эсперантола һөйләшеүселәр һаны – 2 миллион кеше. 200-2000 кеше өсөн эсперанто - туған тел, улар был телде эсперантола һөйләшеүсе ата-әсәһенән өйрәнгән (ҡайһы берҙә ҡатнаш ғаиләләрҙә һәм эсперанистар ғаиләһендә эсператно ғаилә теле булып тора).

Мәҙәниәт[үҙгәртергә]

Эсперанто телендә ижад ителгән һәм тәржемә ителгән әҙәбиәт йыйынтығы байтаҡ - 25 меңдән ашыу китаптар менән бер рәттән 100-ҙән ашыу журналдар даими баҫыла. Эсперанто телендә һөйләшеүселәрҙең күбеһе был телде донъя сәйәхәттәрендә ҡуллана. Йыл һайын эсперантола һөйләшеүсе 1500 – 6000 кеше эсперанто телендә һөйләшеүселәр конгресында осраша. Эсперанто телендә яҙылған музыканың күбеһе төрлө халыҡ йолаларына нигеҙләнә, ә аҙаҡҡы йылдарҙа әҫәрҙәр рок һәм башҡа жанрҙарҙа ижад ителә. Эсперанто телендә ике нәфис фильм төшөрөлгән.

Фән[үҙгәртергә]

Эсперанто теленең барлыҡҡа килеүенән алып тиерлек был тел ғилми мәҡәләләр баҫтырыу өсөн ҡулланыла. Эсперанто – "Эсперанто Университеты" булараҡ билдәле Сан-Марино халыҡ-ара фәнни академияһының тәуге уҡытыу һәм етәкселек итеү теле булып тора.

Шулай уҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  • Өфөлә Эсперанто телен һөйөүселәр берләшмәһен ойоштороусы Борис Колкер*
  • Борис Колкер. Эсперанто телен өйрәнеселәр өсөн әсбәп. *
  • Борис Колкер. Эсперанто телен өйрәнеселәр өсөн тағы бер әсбәп. *
  • a,b,c alfabeto*
  • ru.lernu.net - Эсперанто теле уҡыу өсөн сайттың урыҫ телендәге версияһы*

Notes[үҙгәртергә]

  1.   Ҡалып:Web reference
  2.   Ҡалып:Web reference
  3.   Ҡалып:Web reference
  4.   Ҡалып:Web reference
  5.   Ҡалып:Web reference