Юнысов Зәбир Кәбир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юнысов Зәбир Кәбир улы
Тыуған көнө 1 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Тәтер-Арыҫлан, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 август 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (82 йәш)
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Юнысов Зәбир Кәбир улы (рус. Юнусов Забир Кабирович; 1 декабрь 1937 йыл28 август 2020 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәтҡәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәбир Кәбир улы Юнысов 1937 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуған. Юғары белемле - 1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

1955 йылда Свердловск техник училищеһына уҡырға инә, унан Совет Армияһы сафтарына саҡырыла, 1956—1959 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була.

1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, дүртенсе курсты тамамланғандан һуң, [[Ырымбур ауыл хужалығы институтының инженерҙар әҙерләү факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә.

Хеҙмәт эшмәкәрлееген 1963 йылда башлай. Институтты тамамлағандан һуң Балаҡатай районы ауыл хужалығы идаралығында, артабан «Башптицепром» тресында баш инженер булып эшләй.

1968—1974 йылдарҙа Өфө ҡошсолоҡ фабрикаһы директоры.

1974—1976 йылдарҙа проект институтында бүлек етәксеһе[2]..

27 йыл дауамында ике ҡош-ҡорт фабрикаһы директоры була: төҙөлөш барған осоронан уҡ Өфө ҡошсолоҡ фабрикаһын етәкләй, ә 1976 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһына ла төҙөлөп ятҡан мәленән үк етәкселек итә башлай.

Благодаря его таланту руководителя, ратующего за своих земляков, был построен самый современный и большой населенный пункт в Уфимском районе – село Авдон с крупными объектами культуры, образования, торговли здравоохранения.

[3]

1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына Өфө районы 262-се Николаевка һайлау округынан депутат итеп һайлана[4][5]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены;
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
  • Өфө районының почетлы гражданы

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
  3. Скончался Юнусов Забир Кабирович 2020 йыл 23 ноябрь архивланған.
  4. 12 созыв (БАССР)
  5. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.