Яйыҡ (гәзит)
Уҡыу көйләүҙәре
Яйыҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 15 декабрь 1932 |
---|---|
Атамаһы | Яйыҡ |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Учалы |
Хужаһы | Учалы районы |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ил | Башҡортостан Республикаhы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Гәзит форматы | ISO 216[d] |
Рәсми сайт | yaikrb.com |
Яйыҡ — Башҡортостан Республикаһы Учалы ҡалаһы һәм районының ижтимағи-сәйәси баҫмаһы. 1991 йылдан аҙнаһына ике тапҡыр шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә башҡорт телендә сыға. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «„Яйыҡ“ гәзите редакцияһы» ҡаҙна предприятиеһы.
Дөйөм ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сығыу көнө — шишәмбе, шәмбе
- Баҫтырыу форматы — А3
- Төҫө — аҡлы-ҡаралы
Эстәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, район һәм ҡала эсендәге йүнселлек эшмәкәрлеге
Баҫма тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1932: Гәзит «Ударсы» исеме менән Учалы райкомы ВКП(б) һәм Советтарҙың халыҡ депутаттары район башҡарма комитетының баҫмаһы булып ойошторола, ғәрәп графикаһы һәм яңалиф нигеҙендә башҡорт телендә сығарыла;
- 1934: «Шахта байрағы» исеменә үҙгәртелә, башҡорт телендә сығарыла, кириллица нигеҙендә башҡорт яҙмаһы;
- 1935: Яңынан тәүге «Ударсы» исеме менән баҫтырыла башлай;
- 1940: «Сталин байрағы» исеме аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә сыға башлай;
- 1947: «Зауралец» исеменә үҙгәртелеп, рус телендә сығарыла башлай;
- 1956: «Ленин байрағы» исеме менән яңынан ике телдә баҫтырыла башлай;
- 1962: Башҡорт АССР райондары эреләтеүе арҡаһында Белореттың «Урал» гәзите менән берләшә — Учалы районы Белорет менән ҡушыла;
- 1965: «Ураҡ һәм сүкеш» исеме менән яңынан айырым баҫма булып башҡорт һәм рус телдәрендә сыға башлай;
- 1992: Баҫманан «Учалинская газета» исеме менән рус телендә район газетаһы айырылып сыға. Шул ваҡыттан алып, әлеге исем менән тик башҡорт телендә генә сыға.
Баш мөхәррирҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанова Римма Рәмил ҡыҙы — 2017 йылдың октябренә тиклем.
Наградалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2014 йыл — Баҫма «Матбуғаттың алтын фонды — 2014» таныҡлығына лайыҡ була.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми сайт 2017 йыл 16 ноябрь архивланған.
Был Башҡортостан мәҙәниәте тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- Яйыҡ (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2022)