Яңы Усман мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Усман мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

БР Бөрйән районы Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм урта белем биреү урта мәктәбенең Яңы Усман филиалы

Нигеҙләнгән

1930

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Яңы Усман ауылы

Яңы Усман мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байғаҙы ауыл Советы (Бөрйән районы) биләмәһендәге уҡыу йорто. Бөрйән районы Яңы Усман ауылында урынлашҡан. БР Бөрйән районы Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм урта белем биреү урта мәктәбенең филиалы

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы Усман ауылында башланғыс мәктәп 1930 йылда асыла.

Артабанғы үҙгәрештәр
  • 1982 йылдан — тулы булмаған урта (8 йыллыҡ)
  • 1996 йылдан — төп мәктәп
  • 2010 йылдан — хәҙерге статусы (Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм урта белем биреү урта мәктәбенең филиалы)

1995 йылдан уҡытыу бер ҡатлы кирбес бинала алып барыла. 2022 йылға мәктәпте 350 уҡыусы тамамлай.

Мәктәп тарихы бында[1]

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе уҡытыусылары
  • Әбдрәшитов З. М.
  • Аманъюлов И. Р.
  • Бикбирҙин З. С.
  • Ҡыямов Р. Н.
  • Күҫәпҡолов Х. Б.
  • Мөхәмәтҡолов Г. М.
  • Мөхәмәтҡолов Ш. А.

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ишморатова (Йәғәфәрова) Клара Ғилман ҡыҙы (ҡара: Яңы Монасип мәктәбе)
  • Ишморатов Илдар Шакир улы 1963 йылдың 16 июнендә тыуған. 1988—1990 йылдарҙа Сибай педагогия колледжында техник хеҙмәт һәм һыҙым уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡый. 2000йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай[2]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы (2.02.1960) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Башлеспром» йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
  • Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы (9.05.1943—17.03.2009) — театр актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1980)[3].
  • Мәзитов Шәфҡәт Әхмәтғәҙи улы (25.08.1971) — Яңы Усман ауылы Мәҙәниәт йортоноң клуб эше буйынса белгесе. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020).

Мәктәп тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]