Ғафаров Азамат Фидан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғафаров Азамат Фидан улы
Тыуған көнө 19 июнь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө эстрада артисы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Ғафаров Азамат Фидан улы (19 июнь 1974 йыл) — драма артисы, йырсы, 1996 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2004) һәм халыҡ (2014) артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:А.Гафаров 1.jpg
Азамат Гафаров

Азамат Фидан улы Ғафаров 1974 йылдың 19 июнендә Өфө ҡалаһында танылған драма артисы Ғафаров Фидан Сафа улы ғаиләһендә тыуған. Өфөләге 35-се мәктәпте, Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1996) тамамлаған[2].

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры, 1996 йылданМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.

Иҗады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019 йылдың 21 июнендә, артистың 45 йәшлек түңәрәк йәшен билдәләгәндә, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Азамат Ғафаровты юбилейы менән ҡотлап:

« «Азамат Ғафаров – Ғафаровтар династияһын лайыҡлы дауам итеүсе, атаһының һәйбәт коллегаһы һәм изгелексән улы. Азамат Ғафаров уйнаған ролдәр ғүмерлеккә күңелдә һәм хәтерҙә һаҡлана, улар тәрән тойғо һәм хис ҡалдыра. Тамашасы шулай уҡ Азамат Фидан улының тауышына ғашиҡ, ул башҡарған йырҙар эскерһеҙ һәм көслө. Тантаналы осрашыуҙар йышыраҡ булһын, яңы ролдәрегеҙ артып торһон» тигән теләктәрен еткерҙе[3] »

Ижад кисәһендә Азамат Ғафаров төрлө планлы биш ролен уйнаны. Улар араһында — «Башмағым» спектакленән өҙөк, Салауат Әбүзәрҙең "Хыялый"ынан (режиссёры А.Йәнбәков), Илшат Йомағоловтың «Нәркәс» (режиссёры — И. Ғиләжев), А. Ишбулдинаның «Баллы, тирәкле Балтирәк» (режиссёры А.Әмиров), «Өс егет» әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтеп, ҡыуандырҙы[4].

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сергей Сергеич Паратов «Бирнәһеҙ ҡыҙ» — А. Н. Островский.
  • Сәлим «Хыялый» — С. Әбүзәров.
  • Тимерхан «Нәркәс» — И. Йомағолов.
  • Шер-Хан «Маугли» Р. Киплинг — Айрат Әбүшахманов, И. Ҡаҙаҡбаев.
  • Ҡаһым-түрә «Ҡаһым-түрә» — Баязит Бикбай.
  • Хәбир «Һөйөү гөнаһмы?» — Туфан Миңнуллин.
  • Аҙнағол «Мөхәббәт һәм нәфрәт» — Зәйнәб Биишева.
  • Илшат «Атыңды биреп тор!» — Р. Кинйәбаев.
  • Ричард Галин «Айгөл иле» — Мостай Кәрим.
  • Миловзоров «Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр» — А. Островский.
  • Ильяс «Гүзәлем Әсәл» — Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы.
  • Шәмғүн «Йософ һәм Зөләйха»
  • Алик «Баллы, тирәкле Балтирәк» — а. Ишбулдина.
  • Жамуха «Сыңғыҙ хандың аҡ болото»
  • Рим Карамович «Бомба»
  • Хәбир «Һөйәркә»
  • Хажғәле «Тағы мөхәббәт тураһында»
  • «Нәркәс»

Шулай уҡ «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Тылсымлы күлдең сере», «Бесән өҫөндәге эт», «Нәркәс», «Атилла», «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем», «Салауат», «Өсәү мажаралары» тип аталған театраль эштәре бар[5][6].

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2003 «Алйырҙан көнө»(День хомячка) реж. В. Мөхәммәтйәнов (Русское Счастье Энтертеймент, Башҡортстан киностудияһы, Муха студиясе) — Менеджер.[7]
  • 2007 «Рәхмәт» Реж. Ә. Райбаев.[8]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БР атҡаҙанған артисы (2004).
  • БР халыҡ артисы (2014).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]