Ғәлин Ғүмәр Хәлил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлин Ғүмәр Хәлил улы
Тыуған көнө 1905
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Ғәлин Ғүмәр Хәлил улы (1902−1938 — Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының яуаплы секретары (19251927). Сәйәси золом ҡорбаны (1937).

Ғәлин Ғүмәр Хәлил улы Өфө ҡалаһында тыуған. 1920 йылдан алып коммунистар партияһы ағзаһы. 1920−1922 йылдарҙа — РКСМ-дың Көҙәй кантоны комитетының яуаплы секретары, 1922 йылда — ВКП(б)-ның Көҙәй кантон комитетының яуаплы секретары; ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының секретары урынбаҫары, 1925—1927 йылдарҙа — яуаплы секретары[1].

1927—1930 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында Комвузда уҡый.

1930—1937 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, ойоштороу-инструктор бүлеге мөдире, етәксе партия органдары бүлеге мөдире булып эшләй[1].

1937 йылдың 4 октябрендә, 1937 йылдың октябрендәге Башҡорт өлкә комитеты Пленумы үткән көндәрҙә, ҡулға алына. 58-7, 58-8, 58-11 статьялар буйынса ғәйепләнеп, 1938 йылдың 13 июлендә (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1938 йылдың 3 февралендә[2]) атып үлтерелә. 1956 йылдың октябрендә реабилитациялана[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда сәйәси репрессиялар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]