Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 27 март 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Ҡотан, Ырғыҙлы ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы (27 март 1954 йыл — 19 апрель 2015 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөнирә Зәкир ҡыҙы Ғәҙелшина 1954 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында ғаиләләрендә дүртенсе бала булып тыуа. Ике йәшенән үгәй әсәй тәрбиәһендә үҫә.

Тыуған ауылында Ғәлиәкбәр мәктәбен 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға инә. 1974 йылда Ҡотан ауылына башланғыс мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе итеп эшкә тәғәйенләнә[1].

35 йыл бер урында эшләй. 2009 йылда хаҡлы ялға сыға, 2011—2015 йылдарҙа Ҡотан ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй[1].

2015 йылдың 19 апрелендә ауыр сирҙән вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тормош иптәше Рәфҡәт Ғәлийән улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Земфира әсәһе юлынан китә, юғары категориялы биология һәм химия уҡытыусыһы. Улы Ришат — ҡортсо. Илфат улы Санкт-Петербургта Рәсәй дәүләт метеорология университетының гидрология факультетын тамамлай, ауылда төпләнә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә саҡырылыш ауыл Советы депутаты, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлана, оҙаҡ йылдар Ҡотан ауылының бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторы булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1999).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007)[2][3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]