Ҡандалалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡандалалар
Pyrrhocoris apterus
Pyrrhocoris apterus
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Hemiptera Linnaeus, 1758

Синонимдар
Подотряды
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   103359
NCBI   7524

Ҡандалалар — ярым ҡаты ҡанатлылар (Hemiptera), бөжәктәр отряды. 50 ғаиләһе, 30 меңдән ашыу төрө билдәле.


Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Кәүҙәһе яҫы, 1—50 мм оҙонлоҡта. Төрлө сағыу төҫтә. Башында 2 ҡатмарлы күҙ урынлашҡан. Ауыҙ аппараты сәнсеп-һурған томшоҡ рәүешендә. Мыйығы ғәҙәттә 4 йәки 5 өлөштән тора, ҡара төҫтә, еп йәки суҡмар рәүешендә. Ҡанаты 2 пар. Күп Ҡ. өҫкө ҡанатының төп өлөшө ҡаты, ос өлөшө йомшаҡ, тамырсыҡлы; ҡайһы берҙәренең бөтә өлөштәре лә бер төрлө йәки өҫкө ҡанаты бөтөнләй юҡ.[1]. Отряд насчитывает более 100 000 видов[2] Еҫле биҙҙәре күкрәгенең аҫҡы яғында, балағорттарҙың — ҡорһағында урынлашҡан. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Айырым енесле, йомортҡа һала; үрсемлелеге түбән. Балағорто, 4—5 тапҡыр ҡау һалып, бер нисә аҙнанан алып 2 йылға тиклем үҫешә; оло бөжәктән тәненең пропорцияһы һәм ҡанатының булмауы менән айырыла. [3]Ҡандалалар йылына 2—3 быуын бирә. Оло бөжәктәр ҡышлай. Көндөҙ, ҡайһы бер төрҙәре төндә әүҙем. Йыртҡыс ҡандалалар — бөжәктәрҙең һәм башҡа умыртҡаһыҙҙарҙың һуты менән, үҫемлек менән туҡланыусы ҡандалалар — үҫемлектәрҙең һуты менән, ҡайһы берҙәре ҡатнаш туҡлана; йылы ҡанлы хайуандар һәм кеше (өй ҡандалаһы) паразиттары бар. Йыртҡыс ҡандалалар ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итә, башҡа төрҙәре (ҡарағай ҡандалаһы, рапс ҡандалаһы, сөгөлдөр ҡандалаһы һ.б.) — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, һыу ҡандалаһы (салҡан, ишкәксе һ.б.) балыҡсылыҡҡа зарар килтерә.[4]Ҡалып:Rp. Они ограничены только способностью проникать внутрь древесных тканей и паразитировать внутри живого организма[4]Ҡалып:Rp.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Ҡалып:Книга:Определитель насекомых дв-2
  2. Robert G. Foottit, Peter H. Adler Insect Biodiversity: science and society — Blackwell Publishing Ltd, 2009. — С. 31. — 642 с. — ISBN 978-1-4051-5142-9.
  3. Zhang, Z.-Q. «Phylum Athropoda». — In: Zhang, Z.-Q. (Ed.) «Animal Biodiversity: An Outline of Higher-level Classification and Survey of Taxonomic Richness (Addenda 2013)». (en) // Zootaxa / Zhang, Z.-Q. (Chief Editor & Founder). — Auckland: Magnolia Press, 2013. — Vol. 3703. — № 1. — P. 17–26. — ISBN 978-1-77557-248-0 (paperback) ISBN 978-1-77557-249-7 (online edition). — ISSN Ҡалып:ISSN search link.
  4. 4,0 4,1 Randall T. Schuh & James A. Slater True Bugs of the World (Hemiptera: Heteroptera): Classification and Natural History — New York, United States of America: Cornell University Press, 1995. — 416 с. — ISBN 978-0-8014-2066-5.

Ҡалып:Отряды насекомых