Ҡандала үләне
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ҡандала үләне | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Melilotus officinalis (L.) Lam. | ||||||||||||||||
|
Ҡандала үләне, тәкә мөгөҙө (урыҫ. До́нник лека́рственный, До́нная трава́, Бурку́н, Буркуне́ц, До́нник же́нский, Ди́кая гре́ча, лат. Melilótus officinális) — ике йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлек, бейеклеге 3 м-ға етә. Икенсе йылдың май-август айҙарында сәскә ата, июль-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.
[үҙгәртергә] Таралыуы
Ҡандалы үләнен туғайҙарҙа, юл буйында, йорт тирәһендә осратырға мөмкин. Европа, Кесе, Урта, Үҙәк Азия, Кавказда таралған. Британия утрауҙарына, Яңы Зеландияға, Төньяҡ Америкаға күсереп ултыртылған. Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә осрай. Башҡортостандың Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында күпләп осрай.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. Иллюстрированный определитель растений Средней России — М.: Т-во научных изданий КМК, Ин-т технологических исследований, 2003. — Т. 2. — С. 455. — ISBN 5-87317-128-9. (урыҫ.)
- Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1