Ҡара күбәләк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡара күбәләк
Nymphalis antiopa.JPG
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Nymphalis antiopa (Linnaeus, 1758)

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   188597
NCBI   171592
EOL   163165

Ҡара күбәләк [1][2] (лат. Nymphalis antiopa)— күбәләктәр отрядының күп төҫлө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлектәрендә таралған.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Ҡанатының ҡоласы 70—90 мм, ата күбәләктеке ҡарағусҡыл көрән, инә күбәләктеке асыҡ көрән төҫтә, киң асыҡ һары (ҡышлаған күбәләктәрҙә — аҡ) ҡаймалы, күк һәм ике эре һарғылт аҡ төҫтәге таплы. Йомортҡалары ҡыҙғылт һары, һуңыраҡ ҡыҙғылт көрән төҫтә, мал аҙығы үҫемлектәренең ботаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары ҡара төҫтә, арҡаһында ваҡ һары төрткөләр һәм ҡыҙыл таптар бар, тармаҡлы энә һымаҡ үҫентеләр менән ҡапланған.

Үрсеүе[үҙгәртергә]

Үҫемлектәрҙә(йәки улар янында), ҡаяларҙа һәм ҡаралтыларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары 3 см тиклем оҙонлоҡта, һорғолт йәки ҡыҙғылт һары төҫтә, башында һәм ҡорһағында оҙон һәм осло теш һымаҡ үҫентеләр бар. БР шарттарында 1 йыл эсендә 1 быуын үҫә. Күбәләктәр ҡышлай, иртә яҙҙан йәй башына тиклем оса. Имагоның яңы быуынының осоуы июль—сентябрҙә күҙәтелә.

Туҡланыуы[үҙгәртергә]

Көндөҙ әүҙем. Оло бөжәктәр — сәскәле үҫемлектәрҙең нектары һәм ағас олондарынан ағып сыҡҡан һут, ҡарышлауыҡтар ҡайын, тал һ.б. япраҡтары менән туҡлана.

Йәшәйеше[үҙгәртергә]

Аҡланда, болонда, урман ситендә, йылға ярында, юл ситендә һ.б. тереклек итә. Ҡара күбәләктәр — сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе, урман культуралары ҡоротҡосо.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой — М.: РУССО, 2000. — С. 270. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
  2. Ҡалып:Книга:Булавоусые чешуекрылые Средней Азии

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]