Ҡолошев Урал Фәләх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡолошев Урал Фәләх улы
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1 май 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Оло Тәгеш, Саккуловское сельское поселение[d], Сосновка районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир, фәлсәфәсе, рәссам

Ҡолошев Урал Фәләх улы (1 май 1965 йыл) — шағир, философ, рәссам, «У камина» район әҙәби берекмәһе етәксеһе, Ғәлимов Сәләм исемендәге I район әҙәби премия лауреаты (2011 йыл), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2015 йыл) [1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолошев Урал Фәләх улы 1965 йылдың 1 майында Силәбе өлкәһе Сосновка районының Ҡалды күле буйында урынлашҡан башҡорт ауылы Оло Тәгештә тыуған.

Фәләх Садир улы менән Өммәй Зыя ҡыҙы Ҡолошевтарҙың 8 балалы ғаиләһендә иң кесеһе була. 1982 йылда урта мәктәпте, ә 1984 йылда тик бишле билдәләренә генә СПТУ-73-төң рәссам-декоратор бүлеген тамамлай. Хәрби хеҙмәтте Хабаровск крайында БАМ төҙөлөшөндә үтә, «За строительство БАМ» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1986 йылда Урал Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт институтына «Халыҡ ижады буйынса методист» һөнәре буйынса уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Уның шиғырҙары «Кадры культуры» исемле институт гәзитендә баҫылып сыға, ә йәш шағир гәзиттә рәссам булып та эшләй.

1990 йылда Урал Ҡолошев Сосновка районының Долгодеревенское ауылында балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә уҡытыусы булып эшләй башлай һәм әлеге көндә лә шунда эшләй. Урал Ҡолошевтың уҡыусылары район һәм өлкә күләмендә һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнашалар һәм абруйлы конкурстарҙың еңеүселәре булалар. Егерменән артыҡ уҡыусыһын сәнғәт буйынса уҡыу йорттарына инергә әҙерләй. Наталья Веденеева, Наталья Полушкина, Елена Софьина, Оксана Тягунова,Вадим Чекутов һәм башҡа уҡыусылары үҙҙәренең ғүмерен һынлы сәнғәт менән бәйләйҙәр[3].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йылда Урал Ҡолошев Бабич исемендәге татар-башҡорт китапханаһы янындағы Аҡмулла исемендәге Әҙәби берекмә составына инә. Ә 1998 йылда үҙе Долгодеревенское ауылы Үҙәк китапханаһы янындағы «У камина» әҙәби берекмәһен етәкләй. Ошо ваҡыттан алып Ҡолошевтың әүҙем ижади тормошо башлана.

2001 йылда Силәбелә әҙәби берекмә ағзаларының шул уҡ «У камина» исеме аҫтында шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Бөгөнгө көндә шағирҙың ете шиғырҙар, проза әҫәрҙәре, йырҙары йыйынтығы, шулай уҡ әҙәби берекмә ағзаларының дүрт коллектив йыйынтығы баҫылып сыҡҡан. «Второе дыхание» шиғырҙар йыйынтығы һәм «Тырыш һәм Алдай» әкиәте баҫтырып сығарыуға әҙерләнә. Ул егерменән артыҡ мәҫәл авторы. Уларҙың ҡайһы берҙәре «КИТАП» нәшриәте сығарған «Балалар әҙәбиәте антологияһы» өс томлығына ингән. Яҙыусының күпселек әҫәрҙәре ике телдә: урыҫ һәм башҡорт телдәрендә баҫылған. Татар теленә тәржемәләре бар. Урал Ҡолошев әҫәрҙәрендә тормош мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, ысын һәм ялған ҡиммәттәр кеүек мәңгелек темаларға мөрәжәғәт итә.

Урал Ҡолошевтың ижади эшмәкәрлегенең тағы ла бер йүнәлеше башҡорт халыҡ йырҙары. Үҙаллы гитарала һәм гармунда уйнарға өйрәнә. «Айгөл» һәм «Дуҫлыҡ» ансамблдәре менән сығыш яһай. Егерменән артыҡ йыр яҙа. Ике музыкаль йыйынтыҡ баҫтырып сығара[4]

Баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәби берекмә ағзаларының коллектив әҫәрҙәр йыйынтыҡтары:

- Авторҙар коллективы. «У камина». — Силәбе, 2001.,

- Авторҙар коллективы. «Души крупица». — Силәбе, 2010.,

- Авторҙар коллективы. «Радуга». — Силәбе, 2010.,

- Авторҙар коллективы. «С любовью к жизни». — Силәбе, 2014.,

- Авторҙар коллективы. «Жизнь — полет». — Силәбе, 2016.,

- Авторҙар коллективы. «Живет деревенька». — Силәбе, 2018.,

Урал Ҡолошевтың үҙенең әҫәрҙәренең йыйынтыҡтары: - Урал Ҡолошев. «Рәхмәтлелек көсө» (башҡорт телендә). — Өфө, 2006.

- Урал Ҡолошев. «Mыслью доброю о вечном» шиғырҙар йыйынтығы (урыҫ һәм башҡорт телендә). — Силәбе, 2006.

- Урал Ҡолошев. «Брызги солнечных лучей» музыкаль әҫәрҙәр йыйынтығы. — Силәбе, 2011.

- Урал Ҡолошев. «Тепло души» (урыҫ телендә). — Силәбе, 2015.

- Урал Ҡолошев. «Огонь любви и откровений». — Силәбе, 2015.

- Урал Ҡолошев. «Расцвела в саду сирень». — Силәбе, 2015.

- Урал Ҡолошев. «Күңел йылыһы» (башҡорт телендә). — Өфө, 2019.

Уның әҫәрҙәре өлкәнең, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының ваҡытлы баҫмаларында баҫылып сығалар, шулай уҡ «Силәбе шишмәләре» әҙәби анталогияһына (Силәбе, 2002), «Мелодии Челябинска» (Ҡаҙан, 2007), «Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы»на (Өфө, 2011), «В юрте дружбы» (Ҡаҙан, 2012), «Поэтическая перекличка» (Силәбе, 2015) инә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Силәбе өлкәһе Губернаторы һәм мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2012)

2. Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе араһында төбәк-ара бәйләнеште нығытыуға ҙур өлөш индергәне һәм «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Почет грамотаһы (2012).

3. Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышының Рәхмәт хаты (2013)[2].

4. «За строительство БАМ» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]