Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы
Вафат булған көнө 31 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Вафат булған урыны Малые Пруды[d], Прудовское сельское поселение[d], Новосильский район[d], Орёл өлкәһе, РСФСР, СССР
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы (1904-31.10.1942) — ҡыҙылармеец, рядовой, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1942 йылдың 31 октябрендә һәләк булған[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шайкамал Хисаметдин улы Ҡорбанғәлиев 1904 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) ҡараған Илсекәй ауылында тыуған.

1941 йылда Малаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла.

Хәрби юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙә ҡыҙылармеец Шайкамал Ҡорбанғәлиев 771 уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Был хәрби частан 1942 йылдың 17 июлендә күсерелгән, «Халыҡ хәтере» сайтында «хөкөм ителгән» тигән яҙыу ҙа бар.

Һуңғы хеҙмәт урыны — 137 уҡсылар дивизияһы.

1942 йылдың 31 октябрендә һәләк була.

Орёл өлкәһе Новосильский районы Прудовский ауыл Советы составына ингән Малые Пруды ауылы янындағы урмандың көнбайыш сигендә яңғыҙ ҡәбер яңғыҙ ҡәберҙә ерләнгән[2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шайкамал Хисаметдин улының ғаиләһе була. Ҡатыны Нәзифә Әбдрафиҡ ҡыҙы. Ҡыҙы Нәүбиә, улы Вәлит.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЦАМО Фонд: 58 Опись: 18001 Дело: 158

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Курбангалиев Шайкамал Хисаметдинович

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]