Ҡоромыш (Суҡ ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡоромыш
Характеристика
Оҙонлоғо 21 км
Бассейн 352 км²
Һыу ағымы
Тамағы Суҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 0,2 км өҫтәрәк
 · Координаталар 53°24′47″ с. ш. 50°07′56″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Һамар өлкәһе, Ырымбур өлкәһе
РДҺР 11010000612112100006140
Ҡоромыш Викимилектә

Ҡоромыш — Рәсәй йылғаһы. Һамар өлкәһе, Ырымбур өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Суҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 0,2 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 21 км.

Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡоромыш атамаһының килеп сығыуы буйынса бер нисә фараз бар:

— «ҡоромыш» һүҙе урыҫлашҡан ике башҡорт-татар һүҙенең ҡушылыуы ярҙамында: «ҡоромыш» (ҡормыш) һәм «урёма» — һыубаҫар туғайҙа үҫкән ҡыуаҡлыҡ-әрәмәлек. Ҡормыш — йырып үткеһеҙ урман менән ҡапланған алыҫта күренмәй ятҡан мөйөш.

— атама совет осоронда Волгаға доломит ҡул буйлап тәгәрәп аҡҡан кескәй йылға исеменән килеп сыҡҡан, ҡалмыҡ телендәге «корум» — «ташлы йырҙа» мәғәнәһенән килеп сыҡҡан. Ҡытай ҡалаһы Урумчи менән Ҡоромыш йылғаһы йәки Ҡоромыш ауылы атамаларының яҡынлығы осраҡлы түгел тигән фараз бар. Ҡалмыҡтар — монгол тоҡомдары. Урумчи боронғо монгол теленән тәржемә иткәндә — «бынамын тигән көтөүлек» тигәнде аңлата.

— «курумоч» тигән төркмән һүҙенән, «ҡаҙанда янып ҡатҡан ыҫмалалы ҡором» тигәнде аңлата.

— һәм бөтөнләй ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, туҙға яҙмаған вариант. Йәнәһе, йылға шундай һай икән — «куры ноги мочат» йәки «тауыҡ кисерлек».

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Суҡ йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы башынан Каспий диңгеҙенә ҡойғансы[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010000612112100006140
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100614
  • Бассейн коды — 11.01.00.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Курумоч.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]



Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ