Ҡырын йөҙөүселәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡырын йөҙөүселәр
Hyperia.jpg
Hyperia macrocephala
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Amphipoda Latreille, 1817

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   93294
NCBI   6821
EOL   1158

Ҡырын йөҙөүселәр (лат. Amphipoda, (урыҫ. Бокоплавы, амфиподы, разноногие раки) — юғары ҡыҫалалар отрядында тигеҙ булмаған аяҡлы ҡыҫала һымаҡтар (Amphipoda), ҡыҫала һымаҡтар отряды; ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә осрай торған ваҡ ҡыҫала һымаҡтар[1].

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

(Gammaridea)

Кәүҙәһе 15—18 мм оҙонлоҡта, ян-яҡтан ҡыҫылған, дуға һымаҡ бөгөлгән: баштан, күкрәктән (6 йәки 7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент) тора. Күкрәк аяҡтары (уларҙың төбөндә өҫтәлмә айғолаҡ үҫентеләре бар) хәрәкәт итеү һәм тын алыу, ҡорһаҡтағы тәүге өс пар аяҡ — йөҙөү, ҡалған өс пары һикереү өсөн хеҙмәт итә. Енси диморфизм хас: ата заттар кәүҙәләренең ҙурыраҡ, мыйыҡтарының оҙонораҡ булыуы һәм күкрәк аяҡтарының тәүге ике парының формаһы менән айырыла.

Үрсеүе[үҙгәртергә]

Йомортҡалар инә ҡыҫалаларҙың күкрәк аяҡтары пластинкалары хасил иткән етлегеү камераларына һалына. Йомортҡаларҙан оло заттарҙан әлә ни айырылмаған йәш ҡыҫалалар сыға; күл ҡырын йөҙөүселәрe йылына 2 быуын бирә. Туҡланыуы Күпселеге бөтә нәмә менән дә туҡлана, йыртҡыстар бар.

Йәшәйеше[үҙгәртергә]

Dikerogammarus haemobaphes һәм Corophium curvispinum һыу ағымдарында, ҡырын йөҙөүсе бөрсә ш. уҡ мәмерйә һыуҙарында һәм инештәрендә тереклек итә, күл ҡырын йөҙөүсеһе Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғы һыу ятҡылыҡтарында осрай. Балыҡ, һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ, өйрәк гельминтоздарын (полиморфоз, стрептокароз, тетрамероз) тыуҙырғыстарҙың аралыҡ хужаһы.

Галерея[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Һылтанмалар[үҙгәртергә]