Ҡыр тауығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыр тауығы
Ҡыр тауығы (Perdix perdix)
Perdix perdix
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Perdix Brisson, 1760


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175914
NCBI  9051
EOL  34859

Ҡыр тауығы, көртлөк, көртөк (рус. Куропатка серая,лат. Perdix— ҙурлығы күгәрсендәй. Парлашып йәки күмәкләшеп йөрөйҙәр, һырты ҡара Һәм аҡ таплы ҡара-көрән. Ҡорһағы аҡ. Муйынының аҫҡы яғы Һәм түше һоро. Түше аҫтында дағаға оҡшаған ҙур ғына көрән тап бар. Түбәһенән һәм күҙҙәре аша ҡара-көрән һыҙыҡтар үтә. Маңлайы һәм тамағы ерән. Селдән дөйөм һорғолт төҫө һәм бүрекһеҙ булыуы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауышы яңғырауыҡлы: «сырр-ҡыйҡ».

Йәшәу рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыуаҡлы һәм һирәк ағаслы тигеҙлектәрҙә, тау битләүҙәрендә йәшәй. Еләк, үлән орлоҡтары, ағас бөрөләре, бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. һарғылт көрән йомортҡаларының һаны 25-кә етә. Ите өсөн аулайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Курочкин Е. Н. Птицы центральной Азии в плиоцене // Тр. совм. Сов.-Монг. палеонт. экспед. 1985. Вып. 26. — С. 1—119.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]