Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нестеров Михаил Васильевич
Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе, 1889—1890
киндер, майлы буяу. 160×211 см
Третьяков дәүләт галереяһы, Мәскәү


«Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе» (рус. Видение отроку Варфоломею) — Михаил Нестеровтың Сергий Радонежскийға арналған хеҙмәттәре циклынан иң танылған һүрәте.

Һүрәт Өфөлә, Епифаний Премудрый авторлығындағы Сергий ишаратында йәшәйеш сюжетынан төшөрөлгән[1]:

Йәш үҫмер Варфоломей, атаһы юғалған аттарҙы эҙләргә тип ебәргән болонда, имән төбөндә рухани ҡартты күрә. Ҡарт ғибәҙәтен тамамлағас, үҫмер уның янына барып күңелендәге ҡайғы-хәсрәтен һөйләп бирә.

Ҡарт кеше малайҙы тыңлағас, уны йәлләп ғибәҙәт ҡыла башлай, кеҫәһендәге ҡумтанан просфор (ғиҙәҙәт ҡылыу икмәге) киҫәге алып бирә, һәм «Мә, аша: был һиңә Аллаһ рәхмәте һәм Изге яҙманы төшөнөү билдәһе» тип фатихаһын бирә.

Файл:Varfolomei.jpg
Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе һүрәтенең беренсе варианты М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана

Сергий Радонежский образы рәссамға бала саҡтан яҡын һәм хөрмәтле әхлаҡи идеал була. Изгенең урыҫ халҡын берләштереүҙәге роле Нестеров өсөн әһәмиәтле була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Государственная Третьяковская галерея. Искусство XII — начала XX века. — М.: СканРус, 2007. — С. 240. — ISBN 978-5-93221-120-5.