Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Mikhail Nesterov 001.jpg
Нестеров Михаил Васильевич
Варфоломей йәш үҫмерғә килгән нәмә, 1889—1890
киндер, майлы буяу. 160×211 см
Третьяков дәүләт галереяһы, Мәскәү


«Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе» (урыҫ. Видение отроку Варфоломею) — Михаил Нестеровтын, Сергий Радонежскийға арналған хеҙмәттәре циклынан, иң танылған һүрәте.

Һүрәт Өфөлә, Епифаний Премудрый авторлығындағы Сергий ишаратында йәшәйеш сюжетынан яҙылған[1]:

Йәш үҫмер Варфоломей, атаһы юғалған аттарҙы эҙләргә тип ебәргән болонда , имән төбөндә рухани ҡартты күрә. Ҡарт ғибәҙәт ҡылған ваҡытта, үҫмер уның янына барып күңелендәге ҡайғы-хәсрәтен һөйләп бирә. Ҡарт кеше малайҙы туңлағас, уны йәлләп ғибәҙәт ҡыла башлай, кеҫәһендәге ҡумтанан просфор (ғиҙәҙәт ҡылыу икмәге) киҫәге алып бирә, һәм «Мә, аша: был һиңә Аллаһ рәхмәте һәм Изге яҙманы төшөнөү билдәһе» тип фатихаһын бирә.

Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе һүрәтенең беренсе варианты М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана

Сергий Радонежский образы рәссамға бала саҡтан яҡын һәм хөрмәтле әһлаҡи идеал була. Изгенең рус халҡын берләштереүҙәге роле Нестеров өсөн әһәмиәтле була.


Сығанаҡ[үҙгәртергә]

  • Государственная Третьяковская галерея. Искусство XII — начала XX века — М.: СканРус, 2007. — С. 240. — ISBN 978-5-93221-120-5.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Художники Башкирии - М. В. Нестеров. В зеркале времени. Часть 2