Һағыҙаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хайуандар төркөмө
WaspBuildingNest wb.jpg
Оса, строящая гнездо
Исеме

Һағыҙаҡтар

Статус названия

не определён

Родительский таксон

Подотряд Apocrita

Вәкиләре
Оса с добычей
Һағыҙаҡ

Һағыҙаҡ — ярыҡанатлылар ғаиләһенә кергән буй-буй һыҙатлы, ҡара төҫтөге саға торған бөжәктәр;осоусы ҡорттар. ''Тыраж, тараш, һары һағыҙаҡ (лат. Vespa, (урыҫ.  Шершни ) — ярыҡанатлылар ғаиләһенә кергән буй-буй һыҙатлы, ҡара төҫтөге саға торған бөжәктәр;осоусы ҡорттар; ҡараһыу йәки һарғылт төҫтәге ярыҡанатлы, саға торған эре бөжәк; оҙонлоғо 26-30 мм самаһы, бал ҡорттарына ныҡ зыян килтерә [1] ; Европала һәм Себерҙә йәшәй, һоро ҡағыҙ һымаҡ матдәнән оя яһай, саға, сағыуы кешеләр, бигерәк тә балалар өсөн ҡурҡыныслы була торған эре һағыҙаҡ[2].

20 -гә яҡын төрө билдәле, киң таралғандар; Рәсәйҙә 5-7 төрө йәшәй. Ояһы шар һымаҡ формала, диаметры 25 см тирәһе, ағас ҡыуышлыҡтарында, сыйырсыҡ ояларында, ағас ҡоролмаларҙа оя ҡора. Ояны ҙур һағаҙаҡтар ҡағыҙға оҡшаған материалдан яһайҙар. Был материал ҡайындың йәш ботаҡтарынан кимереп әҙерләнә. Ҡыш сыҡҡан аталанган инә зат үҙе тыуған оянан файҙалана йәки яңыһын төҙөй. Башта ул яңы ояның стенаһын «ҡағыҙ» менән тышлай, унан һуң аҫҡа ҡарап торған күзәнәкләрҙән кәрәҙ яһай. Ғаилә ҙурайғас, беренсе кәрәҙгә икенсеһе эленә һәм шулай дауам итә. Эре ояларҙа 6 ҡатҡа ҡәҙәр кәрәҙ була, был ояның диаметры ярты метрга етергә мөмкин. Ата заттар августта күренә башлай һәм ҡушылғаннан һуң тиҙ генә үләләр. Етлеккән ҙур һағаҙаҡтар төрлө аҙыҡ менән туҡлана. Личинкаларын туйындырыу өсөн инә ҙур һағаҙаҡтар һәм эшсе божандар эре себендәрҙе, бал ҡорттарын, һирәк кенә яңғыҙ ҡырағай умарталарҙы тоталар. Умарталыҡтар янына урынашып, умартасылыҡҡа һиҙелерлек зыян килтерергә мөмкиндәр. Ҙур һағаҙаҡ уғы кеше өсөн ҡурҡыныс.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001)
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)