Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 5 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Яңы Мораптал, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ауыл хужалығы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы (5 декабрь 1938 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1995) һәм Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты (1995—1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәил Абдулла улы Әбдрәшитов 1938 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында тыуған.

1961 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1961 йылда Көйөргәҙе районының Киров исемендәге колхозда баш инженер булып башлай.

1967 - 1975 йылдарҙа Күмертау районының ауыл хужалығы идаралығы баш инженеры, Таймаҫ совхозы директоры.

1975 йылда халыҡ депутаттарының Көйөргәҙе район Советы башҡарма комитеты рәйесе - Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы [1]

1990 йылда Көйөргәҙе районының 232-се Ермолаевка һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп, ә 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты итеп һайлана.

1992—1999 йылдарҙа Күмертау, аҙаҡтан Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 6.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 6

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]