Әзербайжанда йәһүдтәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжанда йәһүдтәр
Баҡыла ашкеназ йәһүдтәре синагогаһы

Әзербайжанда йәһүдтәр (әзерб. Azərbaycan yəhudiləri, ивр. ‏יהדות אזרבייג'ן‏‎) Әзербайжан Республикаһы территорияһында өс йәһүд общинаһы бар: 1) башлыса Губала (Ҡыҙыл Слобода ҡасабаһы) һәм Баҡыла йәшәгән тау йәһүдтәре общинаһы; 2) ашкеназдар общинаһы (европа йәһүдтәре), төп йәшәү урындары — Баҡы һәм Сумҡайыт; 3) тик Баҡыла ғына тупланған грузин йәһүдтәре общинаһы. Советтар союзынан һуңғы осорҙа күпләп эмиграцияға китеү һәм һуңғы ике төркөмдөң тәбиғи кәмеүе арҡаһында Әзербайжанда берҙән-бер йәһүд общинаһы булып таулы йәһүдтәр тора[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд общинаһы тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡыла йәһүд синагогаһы. Рәсәй империяһы открыткаһы

Тарих дауамында хәҙерге Әзербайжан территорияһында төрлө этнолингвистик төркөмдәргә ҡараған тау йәһүдтәре, ашкеназдар һәм грузин йәһүдтәре йәшәгән. Йәһүдтәр тураһында иң тәүге мәғлүмәттәрҙе 1990 йылда Р. Геюшов етәкселегендәге археологтар Баҡы ҡалаһы районында ҡаҙыныу эштәре барышында таба. Ҡаҙыныу эштәре барышында йәһүд кварталының ҡалдыҡтары һәм беҙҙең эраның VII быуатына ҡараған Шабран синагогаһы табыла[2].

Ашкеназдар Баҡыла 1810 йылдан төпләнә башлай[3]. Баҡы ҡәлғәһендә һәм уның биҫтәләрендә 1810 йылда Баҡы коменданты генерал И. И. Репиндың Юғары Грузия хөкүмәте дәүләт экспедицияһына тәҡдим иткән милли һәм синыфҡа ҡарауы тураһында белдереүҙәренә ярашлы, Баҡыла 26 йәһүд, шул иҫәптән 1 раввин иҫәпләнә[4]. 1835 йылда рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Кубала 2718, өйәҙҙә 2774 (6 намаҙ йорто) йәшәй[5].

1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Баҡыла 2341 йәһүд һәм өйәҙҙә 154 йәһүд иҫәпләнә[6]. 1918—1920 йылдарҙа Әзербайжан Демократик Республикаһы булған осорҙа хөкүмәт составына йәһүд Евсей Гиндес инә, ул АДР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын биләй[7].

Тау йәһүдтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд халҡына Нәдир шаһтың Көнсығыш Кавказдағы хәрби походы ҙур зыян килтерә. 1731 йылда Кусары (хәҙер Гусар ҡалаһы) ауылын яулап алып, ҡалған бөтә йәһүдтәрҙе ислам диненә күсерә[8]. Нәдир шаһ баҫып ингән саҡта тау йәһүдтәренең бер нисә тораҡ пункты емерелә йәки юҡ ителә. Ҡотолоп ҡалғандары Кубала Хөсәйен Али-хан ҡурсалау аҫтында йәшәй башлай[9]. 2009 йылғы әзербайжан халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, урындағы йәһүдтәрҙең күпселеге (93,5 %) үҙҙәренең этник төркөмөнөң телен туған тел тип атай. Әзербайжан йәһүдтәренең 19,3 проценты рус телен дә яҡшы белеүен белдерә[10].

Ойошмалар, йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд общинаһы Әзербайжандың иң әүҙем һәм йоғонтоло дини общиналарының береһе булып тора. Атап әйткәндә, республикала әзербайжан-израиль дуҫлығы Үҙәге, «Сохнут» йәһүд агентлығы, йәһүд традицияларын һаҡлау һәм яҡлау буйынса комитеттар, дини мәктәп-иешивалар, Йәһүд мәҙәни үҙәге, «Ева» ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте, «Хесед-Хершон» хәйриә йәмғиәте, «Алеф» йәштәр клубтары, «Гилель» студенттар ойошмаһы, «Мишпаха» видеоклубы булдырылған һәм әүҙем эшләй, «Аз-Из», «Башня» һәм «Амишав» гәзиттәре сыға. 1993 йылдың авгусынан Әзербайжанда израиль илселеге эшләй, Израиль, әзербайжан илселеген асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.

Баҡыла йәшәгән йәһүд балалары өсөн «Хабад-Ор-Авгнер» белем биреү үҙәгенә нигеҙ һалыу тантанаһы ваҡытында. 2007 йылдың 31 майында, Баҡы

Әзербайжан йәһүд общинаһының күп кенә вәкилдәре республиканың сәйәси, мәҙәни, социаль һәм иҡтисади тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөгөн Баҡыла йәһүд милләтенең күренекле вәкилдәре йәшәгән биналарҙа мемориаль таҡтаташтар һаҡланған. Мәҫәлән, Нобель премияһы лауреаты теоретик физик Лев Ландау, республиканың атҡаҙанған табибы профессор Соломон Гусман һәм педагогия фәндәре докторы профессор Лола Барсук, Ҡарабах һуғышы геройы, Әзербайжан Геройы Альберт Агарунов һәм башҡалар[11]. Баҡыла өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, инженер-техник хеҙмәт генерал-полковнигы Б. Л. Ванников бюсы ҡуйылған. 2005 йылдың ноябренән 2019 йылдың декабренә тиклем Әзербайжан парламентында йәһүд общинаһы вәкиле булып Абрамов Евда Сасунович тора. Әлеге ваҡытта республикала бер нисә синагога, «Сохнут» халыҡ-ара йәһүд ойошмаһы филиалы, «Әзербайжан-Израиль» йәмғиәте эшләй. Улар йәһүд общиналары һәм Израилдең Баҡылағы илселеге ярҙамында бик күп мәҙәни саралар үткәрә, шулай уҡ йәһүд әҙәбиәте нәшер ителә, төрлө ижади коллективтар ойошторола[12].

2007 йылдың 31 майында Баҡыла йәшәгән йәһүд балалары өсөн «Хабад-Ор-Авгнер» белем биреү үҙәгенә нигеҙ һалына. Төҙөлөш 2010 йылда тамамлана. 2010 йылдың 4 октябрендә Әзербайжан президенты Илһам Алиев, уның ҡатыны Мехрибан Алиева һәм йәһүд общиналары Федерацияһы президенты БДБ һәм Халыҡ-Ара "Ор-Авнер"фонды Лев Леваев белем биреү үҙәген асыу тантанаһында ҡатнаша[13]. 450 уҡыусыға иҫәпләнгән үҙәктә йәһүд мәҙәниәте нигеҙҙәре уҡытыла[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Быстрое постарение продолжается, но есть исключение — Азербайджан. Дата обращения: 29 ғинуар 2017. Архивировано 7 февраль 2020 года.
  2. Азербайджан — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  3. Баку — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  4. Документы по истории Баку. 1810—1917. — Баку, 1978, с. 12
  5. Куба, уездный город // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  6. Баку // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  7. Расим МУСАБЕКОВ. Становление независимого азербайджанского государства и этнические меньшинства  (рус.), sakharov-center.ru. 25 октябрь 2014 тикшерелгән. 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.
  8. Российская еврейская энциклопедия. — Российская академия естественных наук. — Т. 5. — С. 248.

  9. горские евреи — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  10. Быстрое постарение продолжается, но есть исключение — Азербайджан. Дата обращения: 29 ғинуар 2017. Архивировано 7 февраль 2020 года.
  11. Еврейская община Азербайджана. Дата обращения: 21 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 27 декабрь 2010 года.
  12. Расим МУСАБЕКОВ. Становление независимого азербайджанского государства и этнические меньшинства  (рус.), sakharov-center.ru. 25 октябрь 2014 тикшерелгән. 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.
  13. Президент Азербайджана Ильхам Алиев принял участие в открытии образовательного центра для еврейских детей «Хабад-Ор-Авнер» в Хатаинском районе Баку. Дата обращения: 25 октябрь 2014. Архивировано 25 октябрь 2014 года.
  14. Образовательный центр «Хабад-Ор-Авнер». Дата обращения: 25 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 1 апрель 2018 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]