Әминев Ағзам Яхъя улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әминев Ағзам Яхъя улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (82 йәш)
Һөнәр төрө лесничий, лесник, forester

Әминев Ағзам Яхъя улы (1 февраль 1933 йыл — 15 февраль 2015 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (19 октябрь 1994 йыл), ҡурайсы

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағзам Яхъя улы Әминев 1933 йылдың 1 февралендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуа. Ғәлиәкбәр мәктәбенең 7 синыфын бөткәс, «Ҡыҙыл байраҡ» промартелендә эшләй. 1952 йылда армияға алына. Тымыҡ океанда матрос булып хеҙмәт итә. Армиянан һуң эшен промартелдә иҫәпсе булып дауам итә. Промартель бөтөрөлгәс, Фрунзе исемендәге колхозда радиоузелдә эшләй. 1961 йылда Краснокама районы Никола-Березовка ауылында бер йыллыҡ урман мастерҙары курсында уҡый.

Ағзам Яхъя улы 1962 йылдың октябрендә Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй участкаһында урман технигы булып эшләй башлай. 1963 йылдың мартынан Ағиҙел урмансылығының лесничийы ярҙамсыһы итеп күсерелә. Нөгөш урмансылығының контораһы Иҫке Собханғолдан Ғәлиәкбәр ауылына күсерелгәс, 1963 йылдың 15 июненән лесничий ярҙамсыһы, 1967 йылдан Нөгөш урмансылығының лесничийы итеп ҡуйыла. 1995 йылдың февраленә тиклем ошо вазифаны башҡара.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул бәләкәйҙән ҡурай уйнай. 1969 йылда Башҡортостан ҡурайсылары менән (Бөрйән районынан 10 ҡурайсы) Ленинград, Мәскәү сәхнәләрендә сығыш яһай[1]. Оҫта ҡурайсы ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарына тиклем сәхнәлә сығыш яһай[2]. Ҡурайға һөйөүен улдары һәм ейәндәренә рухи мираҫ итеп тапшыра алған.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әминев Ағзам Яхъя улының оло улы Иҙел мәктәптә уҡыта, Ғәлиәкбәр ауыл советы башлығы була, хәҙер пенсияла. Шамил атаһы юлынан китә. Бөтә эшмәкәрлеге урмансылыҡҡа бәйле. Йәмил, Санкт-Петербургта урман академияһын бөтөп, Себерҙә эшләй. Әлфиә тормошон медицинаға бәйләй. Фәнил, Салауатта заводта эшләп, хәҙерге көндә хаҡлы ялда.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (19 октябрь 1994 йыл)[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]