Әминев Юлай Ғәзиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әминев Юлай Ғәзиз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Малаяҙ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2012
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Әсәһе Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы
Һөнәр төрө ғалим, яҙыусы, тәржемәсе
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әминев Юлай Ғәзиз улы (15 август 1937 йыл2012 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе, 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлай Ғәзиз улы Әминев 1937 йылдың 15 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районыны Иҫке Ҡаратаулы[1] ауылында тыуған. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы.

1953 йылда Өфөлә урта мәктәпте, һуңынан Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. Мәскәү дәүләт университетының Механика институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, артабан башҡа ғилми-тикшеренеү институттарында эшләй, ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, үҙен һәләтле ғалим итеп күрһәтә. Техника өлкәһендә асыштар өсөн ундан ашыу авторлыҡ танытмаһына эйә була. Уның ғилми асыштарының күбеһе производствоға индерелә.

Бынан тыш башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә. Башҡорт телен, башҡорт халҡының тормошон, көнкүрешен, фольклорын яҡшы белә. Зәйнәб Биишеваның халыҡ яратҡан романдарын юғары профессиональ кимәлдә урыҫ теленә тәржемәләй, уларҙы Союз уҡыусыһына еткерә. Зәйнәб Абдулла ҡыҙының әҫәрҙәренән тыш, Булат Рафиҡов, Роберт Байымов, Шакир Янбаев һәм Мәрйәм Бураҡаеваның әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә[2].

Тәржемәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2022)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2022)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]