Әхтәмов Насип Сәмерхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхтәмов Насип Сәмерхан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Йылайыр районы
Вафат булған көнө 1993
Вафат булған урыны Бәләкәй Әбеш, Әбеш ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Әхтәмов Насип Сәмерхан улы (1914 йыл Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡылсынбай ауылы — 1993 йыл, Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Бәләкәй Әбеш ауылы) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1], ҡыҙылармеец, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945) кавалеры[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхтәмов Насип (Насибулла) Сәмерхан улы 1914 йылда Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Ҡылсынбай (Кильчинбаево) ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына Матрай район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101‑се айырым атлы-артиллерия дивизионында тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә[2].

1942 йылда яраланыу сәбәпле демобилизациялана[2]. 1945 йылда «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, ә 1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]