Өфө ТЭЦ-3

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө ТЭЦ-3
Изображение
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Урынлашҡан

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Башҡортостан Башҡортостан
Өфө Өфө

Статус

эшләй

Эксплуатацияға башланған йылы

1951

Төп характеристикалар
Электр ҡеүәте

113 МВт

Йылылыҡ ҡеүәте

633 Гкал/сәғ

Ҡорамалдар характеристикаһы
Төп яғыулыҡ

тәбиғи газ

Резерв яғыулыҡ

эйәрсән газ («Башнефть» акционер нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), мазут

Ҡаҙанлыҡ агрегаттары

7 × Е-230-100ГМ

Турбиналар һаны һәм маркаһы

Р-10-16/1,7
Р-25-90/18
Р-20-90/20
Р-28/3,3-8,8/2,1
ПТ-30-90/10

Прочая информация
Сайт

http://www.bgkrb.ru/activities/business/142.pl

Картала
Өфө ТЭЦ-3 (Рәсәй)
Красная точка
Өфө ТЭЦ-3

Өфө ТЭЦ-3 — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан йылылыҡ электр үҙәге. «Башкирская генерирующая компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт составына инә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947 йылда ТЭЦ-3 йылылыҡ электр үҙәге төҙөлә башлай. 1951 йылдың октябрь айында тәүге пар ҡаҙаны һәм беренсе турбогенератор файҙаланыуға тапшырыла. 1954 йылда станцияны төҙөү тамамлана.

2014 йыл башында үҙ ресурстарын бөтөргән № 4 Р-25-90 турбинаһы Калуга турбиналар заводында эшләнгән Р-28/3,3-8,8/2,1 маркалы яңы турбинаға алмаштырыла[1].

Ә 2015 йылда № 5 ПТ-30-90/10 турбинаһы шундай уҡ ҡеүәтле турбинаға алмаштырыла[2].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Предприятие электр энергияһы, шулай уҡ йылытыу өсөн тәғәйенләнгән эҫе һыу һәм пар етештерә. Парҙы төп ҡулланыусылар — нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары: «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Новойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводы). ТЭЦ-та төп яғыулыҡ булараҡ тәбиғи газ, ә резерв яғыулыҡ итеп мазут тотонола. Шулай уҡ ТЭЦ-та күршеләге нефть химияһы комплексы предприятиеларының технологик һәм эйәрсән газы ла яндырыла.

2013 йылда Өфө ТЭЦ-3 387,6 млн квт·сәғ электр энергияһы етештерә. Шул уҡ йылда 2 737 мең Гкал йылылыҡ энергияһы ҡулланыусыларға оҙатыла[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]