Nessun Dorma

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Татар ханы улы Ҡәләф һәм Ҡытай батша ҡыҙы Турандот

Nessun dorma (итальян теленән тәржемә - Бер кем йоҡламаһын) - Джакомо Пуччини операһы "Турандот" һуңғы сәхнәһенән татар ханы улы Ҡәләф арияһы. Тенор репертуарының иң мәшһүр арияларының береһе.

Ария тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе сәхнәлә хан улы Ҡәләф батша ҡыҙы Турандот йомаҡтарына яуап бирҙе, ләкин Турандот Ҡәләфкә кейәүгә сығырға теләмәй. Шуны күреп, Ҡәләф үҙ йомағын әйтә: "Белмәгән хан улы исемен әйтегеҙ. Ҡояш сыҡҡансы яуап бирегеҙ. Турандот дөрөҫ яуап бирһә, Ҡәләф үҙе үлемгә барасаҡ, бирмәһә - Турандот Ҡәләфкә кейәүгә сығасак".

Мәрхәмәтһеҙ батша ҡыҙы хан улы исемен асҡансы төндә ҡул аҫтындағы кешеләргә йоҡламаҫҡа ҡуша. Әгәр исеме асыҡланмаһа, барыһы үлтереләсәк. Турандот бойороғон тыңлап, Ҡәләф йырлай:

Текст[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Итальянса Башҡортса тәржемә

Ҡәләф
Nessun dorma! Nessun dorma!
Tu pure, o Principessa,
nella tua fredda stanza
guardi le stelle
che tremano d’amore e di speranza…
Ma il mio mistero è chiuso in me,
il nome mio nessun saprà!
No, no, sulla tua bocca lo dirò,
quando la luce splenderà!
Ed il mio bacio scioglierà il silenzio
che ti fa mia.
Хор
Il nome suo nessun saprà…
E noi dovrem, ahimè, morir, morir!
Ҡәләф
Dilegua, o notte! Tramontate, stelle!
Tramontate, stelle! All’alba vincerò!
Vincerò! Vincerò!

Ҡәләф
Бер кем йоҡламаһын! Бер кем йоҡламаһын!
Хатта һин, Батша ҡыҙы,
Үҙ һалҡын бүлмәңдә,
Йондоҙҙарға ҡара,
Улар өмөттән һәм мөхәббәттән емелдәп торалар...
Тик серем миндә һаҡлана,
Һис кем исемемде белмәһен!
Юҡ, юҡ! Таңда ғына исемемде ирендәрең янында әйтәм.
Үбеүем тынлыҡты бөтөрөр,
Һәм һин минеке булырһың.

Хор
Уның исемен белеп булмай,
Аһ, барыбыҙ үлербеҙ бит!

Ҡәләф
Төн, тамамлан! Йондоҙҙар тоноҡланығыҙ!
Йондоҙҙар тоноҡланығыҙ! Таңда отормон мин!
Еңермен! Еңермен!