Wocu

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Wocu (ингл. The World Currency Unit), йәки Вокю́ (ЭКЮ-ға оҡшашлыҡ нигеҙендә), иҫәпләшеү өсөн аҡса берәмеге, кәрзин валютаһы, Дәү егерме төркөмөнә ингән илдәр валюталары курсы буйынса көн дә иҫәпләнеп торола. Валюталарына ҡарата Вокю һанала торған илдәр иҫәбенә донъяның Эске тулайым продукт күрһәткесе буйынса иң эре илдәре инә[1][2].

Вокю кәрзиненә инеүсе валюталарҙың удель ауырлығы илдәрҙең донъя ЭТП-һындағы өлөшө нигеҙендә иҫәпләнә. Вокюҙы һанау методикаһы WDX institute коммерцияға ҡарамаған бойондороҡһоҙ ойошмаһы тарафынан эшләнә, был ойошма 2008 йылда донъя валюта системаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү маҡсатында төҙөлә[3][4]. Кәрзиндәге валюталар ауырлығын йылына ике тапҡыр — 3 майҙа һәм 3 ноябрҙә — 16:00 UTC һанайҙар. Вокю Европа валюта берәмеге булған ЭКЮ-ға альтернатива итеп индерелә, ул халыҡ-ара иҫәп-хисаптарҙа валюта хәүефтәрен кәметеүгә хеҙмәт итә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Долларҙы алмаштырырлыҡ донъя валютаһын булдырыу идеяһы күптән йәшәй. 1944 йылғы Бреттон-Вуд конференцияһында Джон Кейнс тарафынан глобаль валюта идеяһы әйтелә, ул тәҡдим ителгән валютаны банкор тип атай.

Артабан был идея донъяның ике полюслылығы шарттарында SDR халыҡ-ара иҫәпләшеү берәмегендә кәүҙәләнеш ала.

Донъяның алдынғы егерме иле валюталары нигеҙендә глобаль валютаны хисапҡа индереү идеяһы 1996 йылда тыуа һәм 2009 йылда ғәмәлләшә, WDX institute коммерцияға ҡарамаған бойондороҡһоҙ ойошмаһы даими уны иҫәпләп сығарып тора.

Вокю хаҡын иҫәпләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәү егерме төркөмөндәге илдәрҙең Вокю кәрзиненә ингән валюталарының аҡса берәмектәре һаны, 2000 йылдың 1 ғинуарына һәм 2010 йылдың 1 ғинуарына[2]
Ил/Төбәк, Валюта 01/01/2000 01/01/2010
Австралия, AUD 2.3943 1.9164
Бразилия, BRL 2.8380 2.9723
Канада, CAD 2.2739 1.8073
Швейцария, CHF 2.5013 1.7780
Ҡытай, CNY 13.0222 11.7432
Европа союзы (Еврозона), EUR 1.5606 1.1973
Бөйөк Британия, GBP 0.9719 1.0666
Япония, JPY 160.78 159.24
Рәсәй, RUB 43.1928 51.7254
Америка Ҡушма Штаттары, USD 1.5731 1.7204

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Официальный сайт Wocu 2010 йыл 9 апрель архивланған. (недоступная ссылка с 23-05-2013 (3974  дней) — историякопия) Wocu
  2. 2,0 2,1 Wocu Value Calculation (ингл.). Дата обращения: 20 ғинуар 2012. Архивировано 9 апрель 2010 года. 2010 йыл 9 апрель архивланған.
  3. What is the WDX Institute? (ингл.). Дата обращения: 20 ғинуар 2012. Архивировано 10 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 26 апрель архивланған.
  4. WDX Organisation (ингл.). Дата обращения: 20 ғинуар 2012. Архивировано 10 сентябрь 2012 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]