Эстәлеккә күсергә

Лоҡманов Ғаян Лоғоман улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл: 5 юл:

== Ижади эшмәкәрлеге ==
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Әҙәбиәткә булған һөйөү Ғаян Лоҡмановта мәктәптә уҡыған йылдарында формалаша башлааһа ла, педучилищелә ул ижадҡа ла ылыға башлай. Буласаҡ яҙыусының «Хат» тип исемләнгән тәүге әҫәре 1944 йылда баҫылып сыға һәм уға яңы ҡомар өҫтәй. Шунан башлап әҙиптең очерктары, хикәйәләре һәм повестары республиканың төрлө гәзит һәм журналдарында, әҙәби йыйынтыҡтарҙа әленән-әле донъя күрә башлай. 1962 йылда Башҡортостан китап нәшриәте Ғаян Лоҡмановтың «Аҡҡош күле» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығын баҫып сығара. Ауыл кешеләренең көндәлек тормошон бик яҡшы белгән ҡәләм оҫтаһы үҙенең әҫәрҙәренә геройҙарҙы үҙ-тирә яғынан таба. Йыл әйләнәһенә бер ҙә еңелдән булмаған хеҙмәт менән мәшғүл ябай хеҙмәт кешеһенең төрлө ҡаҙаныштарын, уның яҡты хистәрен һәм уй-кисерештәрен һүрәтләү менән бер рәттән теле йылдан-йыл шымара һәм образлыҡ яғынан байый барған әҙип Бөйөк Ватан һуғышында данлы еңеү яулаған батыр яугирҙәрҙе лә үҙ әҫәрҙәренең уртаһына ҡуя. Был йәһәттән уның «Ағын һыу» повесы (1964), «Әсә йөрәге» тип исемләнгән повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы (1966) айырым иғтибарға лайыҡ. Нәҡ ошо әҫәрҙәре 1969 йылда Ғаян Лоҡмановты бер тауыштан СССР Яҙыусыылар союзына ҡабул итергә нигеҙ була ла инде. Артабанғы ике тиҫтәгә яҡын йыл арауығында яҙыусының “Тирәк шаулай”, «Һибелә сәскә», «Ҡояш сығыр алдынан» тип исемләнгшән китаптары донъя күрә. Уларҙа ауыл халҡының тормош-көнкүреше оҫта һәм бай образдар аша бәйән ителә, социаль һәм әхләҡ мәсьәләләр күтәрелә.

2013 йылда яҙыусының тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы уның һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы баҫылып сыҡты.

Ғаян Лоҡмановтың повесть һәм хикәйәләре урыҫ, татар, яҡут һәм ҡайһы бер башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

== Китаптары ==
== Китаптары ==
30 юл: 33 юл:
== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [http://www.bashinform.ru/bash/559511/ Өфөлә башҡорт яҙыусыһы Ғаян Лоҡмановтың һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы донъя күрҙе]

* [http://moi-goda.ru/bashkortostan-v-kurse-sobitiy/v-bashkirii-vspominaiut-pisatelya-gayana-lukmanova В Башкирии вспоминают писателя Гаяна Лукманова] {{ref-ru}}

[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]

19:59, 25 февраль 2015 өлгөһө

Лоҡманов Ғаян Лоғоман улы (30.06.1923 – 19.10.1988) – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан билдәле башҡорт яҙыусыһы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

Ғаян Лоҡманов 1923 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ҡариҙел районының Яугилде ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбендә, аҙаҡтан Бөрө педагогия училищеһендә уҡый. Уны 1942 йылда тамамлағас, Ҡыҙыл Армия сафына алына. Артиллеристар әҙерләүсе хәрби училищенән һуң фронтҡа китә. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа ул топографик разведка взводы командиры вазифаһында ҡатнаша, күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән наградлана. 1944 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле хәрәкәт итеүсе армиялағы хәрби хеҙмәттән азат ителә. Ауылына ҡайтҡас, урындағы ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы булып эш башлай, аҙаҡтан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп үрләтелә. Сәләмәтлеге торошона бәйле мәктәпте ҡалджыра һәм 1954 -1959 йылдарҙа үҙ ауылында китапхана мөдире булып эшләй. 1961 йылда Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетын ситтән тороп тамамлай. Артабанғы йылдарҙа яҙыусы тыуған ауылында ғүмер итә, әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 1988 йылдың 19 октябрендә Ғаян Лоҡманов яҡты донъяны ҡалдыра.

Ижади эшмәкәрлеге

Әҙәбиәткә булған һөйөү Ғаян Лоҡмановта мәктәптә уҡыған йылдарында формалаша башлааһа ла, педучилищелә ул ижадҡа ла ылыға башлай. Буласаҡ яҙыусының «Хат» тип исемләнгән тәүге әҫәре 1944 йылда баҫылып сыға һәм уға яңы ҡомар өҫтәй. Шунан башлап әҙиптең очерктары, хикәйәләре һәм повестары республиканың төрлө гәзит һәм журналдарында, әҙәби йыйынтыҡтарҙа әленән-әле донъя күрә башлай. 1962 йылда Башҡортостан китап нәшриәте Ғаян Лоҡмановтың «Аҡҡош күле» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығын баҫып сығара. Ауыл кешеләренең көндәлек тормошон бик яҡшы белгән ҡәләм оҫтаһы үҙенең әҫәрҙәренә геройҙарҙы үҙ-тирә яғынан таба. Йыл әйләнәһенә бер ҙә еңелдән булмаған хеҙмәт менән мәшғүл ябай хеҙмәт кешеһенең төрлө ҡаҙаныштарын, уның яҡты хистәрен һәм уй-кисерештәрен һүрәтләү менән бер рәттән теле йылдан-йыл шымара һәм образлыҡ яғынан байый барған әҙип Бөйөк Ватан һуғышында данлы еңеү яулаған батыр яугирҙәрҙе лә үҙ әҫәрҙәренең уртаһына ҡуя. Был йәһәттән уның «Ағын һыу» повесы (1964), «Әсә йөрәге» тип исемләнгән повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы (1966) айырым иғтибарға лайыҡ. Нәҡ ошо әҫәрҙәре 1969 йылда Ғаян Лоҡмановты бер тауыштан СССР Яҙыусыылар союзына ҡабул итергә нигеҙ була ла инде. Артабанғы ике тиҫтәгә яҡын йыл арауығында яҙыусының “Тирәк шаулай”, «Һибелә сәскә», «Ҡояш сығыр алдынан» тип исемләнгшән китаптары донъя күрә. Уларҙа ауыл халҡының тормош-көнкүреше оҫта һәм бай образдар аша бәйән ителә, социаль һәм әхләҡ мәсьәләләр күтәрелә.

2013 йылда яҙыусының тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы уның һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы баҫылып сыҡты.

Ғаян Лоҡмановтың повесть һәм хикәйәләре урыҫ, татар, яҡут һәм ҡайһы бер башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

Китаптары

  • Аҡҡош күле: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. — 70 бит.
  • Ағын һыу: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 116 бит.
  • Әсә йөрәге: Повесть һәм хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 70 бит.
  • Тирәк шаулай: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 160 бит.
  • Һибелә сәскә: Повесть һәм хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. — 234 бит.
  • Ҡояш сығыр алдынан: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 280 бит.
  • Ҡояш сығыр алдынан: Роман. Повестәр һәм хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 414 бит.
  • Һайланма әҫәрҙәр: Роман, хикәйәләр. — Өфө: Матбуғат донъяһы. 2013. — 341 бит.

Әҙип тураһында

Хәтер

  • Яҙыусының тыуған ауылы Яугилденең бер урамы уның исемен йөрөтә.
  • 2007 йылда Ҡариҙел районы хакимиәте Ғаян Лоҡманов исемендәге премия булдырҙы. Уның бағыусыһы - яҙыусының улы Мансур Лоғоманов. Премия ижади хеҙмәткәрҙәргә тапшырыла.

Сығанаҡтар

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблио-график белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)

Һылтанмалар