Удаму: өлгөләр араһындағы айырма
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) "'''Монгол үҫмере Удаму''' (''Уудам тип тә яҙалар'') - Ҡытайҙың Эске Монголия тип ата…" исемле яңы бит булдырылған |
(айырмалар юҡ)
|
07:05, 1 ноябрь 2015 өлгөһө
Монгол үҫмере Удаму (Уудам тип тә яҙалар) - Ҡытайҙың Эске Монголия тип аталған төбәгендә 1999 йылдың 9 сентябрендә Шэнэ-Барга Зун-Хошуун сомонында донъяға килгән. Кескәй сағында автомобиль һәләкәтендә ата-әсәһе һәләк булған. Әйтеүҙәренсә, үҫмерҙең тоҡом ебе Бурятияның Баргузин төбәгенә,Байкал буйына барып тоташа. Үҫмер бер нисә йыл үҙе лә бик йәш апаһы тәрбиәһендә була. Ул сит телдәрҙе һәм боронғо монгол телен яратып өйрәнә, музыка, йыр менән шөғөлләнә.
Ижади биографияһы
Моңло малайҙы 7 йәшендә үк күреп ҡалалар һәм ул сәхнәлә сығыш яһай башлай. 12 йәше тулғанда уны Ҡытайҙа дәүләт кимәлендә үткәрелгән "Дан минуты" йыр конкурсында ҡатнашырға өгөтләй башлайҙар. Әммә илдә етди сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырырға ярамай, шуға күрә малай оҙаҡ ризалашмай. Бары тик конкурстың ял көнөнә тура килеүе генә уны донъяға танытырға мөмкинлек бирә. Үҫмер әсәһендә бағышланған йырҙы башҡарып, тамашасыларҙы ғына түгел, баһалама ағзаларының күҙенән йәш сығарта. Йыр бөтә донъя буйлап яңғырай башлай, интернет порталдарҙа миллиондарса кеше тыңлап, яҡшы теләктәр яҙа башлай. Үҫмерҙе Рәсәйгә, ата-бабаһы төбәгенә саҡыралар, сөнки ул бик тә шул урындарҙы күрергә хыялланған. Ул сығышы ошонан булған йәнә 3 дуҫы менән Бурятияға концерт менән 2 тапҡыр килеп китә. Удаму башҡарған данлыҡлы йырҙы шағирә Гүзәл Ситдиҡова башҡортсаға тәржемә иткән.
Донъяға танытҡан йыры
Алсад суугаа ээжий минь
Сүүмийх зэргэлээнд гэгээ анирлахад
Сүсэглэхийн эрхэнд ээж минь бодогдоно
Хүүгээ ирнэ гээд сүүгээ өргөөд
Хүслээ чилтэл алсыг ширтээ дээ
Припев:
Алсад суугаа ээжий минь
Амин хайртай шүтээн минь бил ээ
Задгай тэнгэрт үүл нь замхарна
Залбирахын эрхэнд ээж минь бодогдоно
Аргалын цогонд цайгаа бүлээлж
Аньсагаа чилтэл алсыг ширтээ дээ
Припев:
Алсад суугаа ээжий минь
Амин хайртай шүтээн минь билээ
Хөхрөх уул нь хөлөрч харгдана
Хүүгийн тань сэтгэл гэгэлзээд байна
Хүний зэргэтэ йхүү чинь явна
Хүслийг тань нэмэглээд яваад очно доо
Припев:
Алсад суугаа ээжий минь
Амин хайртай шүтээн минь билээ
Яҡында ғына кеүек әсәйем
(Монгол йырынан)
Монар эсенән нурға ҡойоноп
Әсәйем–бәғерем ҡараған төҫлө
Ҡайтыуҙарымды өҙөлөп көтәлер
Миңә инселәп ҡоя һөт өҫтө Ҡушымта
Яҡында ғына кеүек әсәйем
Алиһәм итеп уны иҫләйем.
Күктәрҙә йөҙә ҡыйғас болоттар
Әсәм доғаһы уларҙан килде
Сәй ҡайнатҡан, ти, ҡуйып усаҡҡа
Күҙен талдырып көтәлер инде
Ҡушымта
Яҡында ғына кеүек әсәйем
Алиһәм итеп уны иҫләйем.
Күгәреп ятҡан тауҙарға табан
Улыҡайыңдың тотҡан юл башы.
Етлегеп килә һинең ҡәҙерлең
Яҡты хыялы булыр юлдашы
Ҡушымта
Яҡында ғына кеүек әсәйем
Алиһәм итеп уны иҫләйем.== Әҙәбиәт ==
Һылтанмалар
• http://arigus-tv.ru/news/item/19773/ • http://zabmedia.ru/articles/3256/uudam_ya_rad_chto_pobyval__v_aginskom/ • http://imar-proe.livejournal.com/259467.html • https://wikisource.org/wiki/%D0%93%D2%AF%D0%B7%D3%99%D0%BB_%D0%A1%D0%B8%D1%82%D0%B4%D0%B8%D2%A1%D0%BE%D0%B2%D0%B0_%D1%82%D3%99%D1%80%D0%B6%D0%B5%D0%BC%D3%99%D0%BB%D3%99%D1%80%D0%B5 http://www.kp.ru/online/news/1467475/