Ялан Бөрйән ырыуы шәжәрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
("Ялан Бөрйән ырыуы шәжәрәһе" битенән йүнәлтелде)

«Ялан Бөрйән ырыуы шәжәрәһе» — башҡорт фольклоры әҫәре, ҡулъяҙма шәжәрә.

Шәжәрә бер ғаиләнең 3 быуыны вәкиле (Ғабдулла Ғәббәс улы, уның улы Зәйнәғәбдин һәм ейәне Исҡужа) тарафынан алып барыла. Уларҙың һәр береһе үҙе һәм ғаилә ағзалары хаҡында биографик мәғлүмәтте, тормош күҙәтеүҙәрен һ.б. теркәп барған. Әҫәрҙә XVIII быуатта Урал аръяғын төйәк иткән башҡорт ырыуҙарының бер-береһе менән мөнәсәбәте бәйән ителә, Бөрйән ҡәбиләһе Ялан Бөрйән ырыуының Ирәндек итәгенән Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөнә күсеп китеү сәбәптәре атала, Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Юлдаш ауылына нигеҙ һалыу тарихы һүрәтләнә. Беренсе заттан һөйләү был шәжрәне мәктүб жанрына яҡынайта. Шәжәрә 1975 йылда Юлдаш ауылында Х. Зәйнәғәбдиновтан яҙып алынған.