«И. А. Милютин йорто» музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Музей «Дом И.А.Милютина» на Соборной Горке
Дом Милютина,фасад.JPG
Асылған ваҡыты 2006 год
Сайт На сайте музея "Дом Ивана Милютина"
Логотип Викисклада Музей «Дом И.А.Милютина» на Соборной Горке Викимилектә
Объект культурного наследия народов РФ төбәк әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 351710912830005 (ЕГРОКН)
объект № 3500409000 (БД Викигида)

«И. А. Милютин йорто» Ғибәҙәтхана тауындағы музей— XIX быуат башындағыЧереповец ҡалаһы башлығы Милютин Иван Андреевичтың йорто, ул 46 йыл ҡала башлығы вазифаһын башҡарған. Музейҙың экспозицияһы музейға килеүселәргә ҡала башлығының көнкүреше, тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуатта 46 йыл буйына Череповец ҡалаһында ҡала башлығы булып эшләгән И. А. Милютиндың XIX быуаттың һуңғы сирегендә — xx быуат башында торған айырым дача йорто ошо замандың сәнәғәт һәм мәҙәни күтәрелеше тураһында һөйләй. Йорт Шексна йылғаһының көнбайыш бейек ярындағы бейек матур йорт булған, ул Шексна йылғаһынан әҙ генә көнбайыштараҡ Воскресенский соборы янында торған[1].

2006 йылдың 4 ноябрендә «. И. А. Милютин йорто» музейы тарих һөйөүселәр һәм килеүселәр өсөн үҙенең ишектәрен асҡан.

Музей биналары һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музейға үҙәктән инеү урыны
Күркәм инеү урыны

Йорт xx быуат башындағы һыҙмалар буйынса ҡала башлығының айырым йорто урынында яңынан тергеҙелгән. Милютиндың ул ваҡыттағы йорто беҙҙең көнгә тиклем һаҡланмаған. Советтар Союзы ваҡытында был йортта коммуналь фатирҙар булып, унда кешеләр йәшәгән. Төҙөүселәр һәм реставраторҙар йорттоң төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен һаҡларға тырышҡан, тышҡы биҙәлеше һәм эске реставрациялау эштәре бик үҙенсәлекле башҡарылған һәм уникаль булып эшләй[2].

Йорто ике ҡатлы — аҫҡы ҡаты таштан, ә өҫкөһө ағастан эшләнгән. Беренсе ҡатта ҡабул итеү бүлмәһе, кабинет, ир-ат ҡунаҡтар бүлмәһе, күркәм зал, ҡатын-ҡыҙҙар ҡунаҡ бүлмәһе, ашхана-буфет бүлмәһе, будуар, Милютин Иван Андреевичтың мемориаль бүлмәһе бар. Икенсе ҡатта ҡунаҡ бүлмәһе, унан балконға сығырға мөмкин булған, эш кабинеты һәм хужаның йоҡо бүлмәһе урынлашҡан. Подвалында "Шарап мөгәрәбе" йыһазландырылған һәм музей өсөн экспозиция булдырылған[3].

Экспозицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Интерьер

Йорт-музейҙың экспозицияһы «Ҡала баш лығы И. А. Милютиндың тормошо һәм эшмәкәрлеге» тип атала. Бүлмәләрҙә Милютин ғаиләһенең төрлө документтары, фотографиялары, китаптары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған.

Һәр йылдың апрелендә Череповец ҡалаһXIXында Милютин көндәре ойошторола. Уның сиктәрендә яңы күргәҙмәләр үткәрелә, музейға килеүселәрҙең иғтибары Милютин Иван Андреевичтың йәмәғәт эшмәкәрлегенә йүнәлтелә, әүҙем рәүештә ғилми конференциялар үтә, архив материалдары халыҡҡа әүҙемерәк еткерелә. Йорт-музейға килеүселәрҙе хуш еҫле сәй һәм яңы бешерелгән тәмлекәстәр көтә. XiХ быуаттың рецептары буйынса тәмле кеҫәл ҡайнатыла һәм экскурсияға килеүселәрҙе төрлө гастрономия аҙыҡтары үҙенә арбап тора. Бында «Боронғо мәктәп»-кластары үткәрелә, элекке замандағы счеттар, еүеш ҡаралар һәм перолы ручкалар тәҡдим ителә һәм телгән кешегә уларҙы ҡулланып, яҙып-һыҙып, иҫәпләп ҡарарға мөмкинлеген бар[4].

Музейҙа шулай уҡ әҙәби кисәләр һәм музыка кисәләре ойошторола, ҡала һәм өлкәнең рәссамдарының картиналары күрһәтелә, шағирҙар менән осрашыу үткәрелә. Музей коллективы бында килеүсе кешеләргә сауҙагәрҙәр көнкүреше менән бәйле байрамдар ойоштора һәм уларға тарихи интерьерҙарҙа фотоһүрәттәргә төшөрөү мөмкинлеген бирә.[5].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ссылки[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]