Муйындағы Анна (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анна на шее (рассказ) битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Муйындағы Анна»
Жанр:

хикәйә

Автор:

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле:

урыҫ

Яҙылған йылы:

1895

Wikisource-logo.svg Әҫәр тексы Викикитапханала

«Муйындағы Анна» (урыҫса «Анна на шее») ― рус яҙыусыһы Антон Чехов хикәйәһе, 1895 йылда яҙылған.

Баҫылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1895 йылдың 15 октябрендә Чехов хикәйәһен «Русские Ведомости» баҫмаһының мөхәррире Василий Соболевскийға ебәрә. Әҫәр был баҫманың 292-се һанында 1895 йылдың 22 октябрендә донъя күрә. Хикәйәнең А. П. Чехов тарафынан үҙгәртелгән версияһы нәшерсе Адольф Маркс яҙыусының 1899―1901 йылдарҙа сығарған әҫәрҙәр йыйылмаһының туғыҙынсы томында баҫыла. Хикәйәнең аҙаҡҡы өлөшөндә тормоштан йәм-ләззәт табып, шатланып йәшәгән төп герой Анна үҙ исеменән бәйән итә. Сатирик үҙенсәлектәр уның ире Модест Алексеевичты тасуирлауҙа ҡулланылған.

Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чехов «Муйындағы Анна» хикәйәһен яҙырҙан алда уҡ үҙенең көндәлек дәфтәренә:"Биш ағай-энеле ярлы гимназист ҡыҙ бай чиновникҡа кейәүгә сыға. Ире ҡатынын һәр бер киҫәк икмәк өсөн дә йәберләй, уның туғандарын: «Һәр кемдең үҙ бурысы булырға тейеш»,- тип кәмһетә. Элекке ярлы тормошҡа кире ҡайтыуҙан ҡурҡып, ҡатын барыһына ла түҙә. Уларҙы Аннаның иренең начальнигы балға саҡыра. Балда ҡатын менән һоҡланмаған кеше ҡалмай. Бай түрә ҡатынды үҙенең һөйәркәһенә әйләндерә, һәм ҡатын хәҙер бар нимә менән дә тәьмин ителә. Хәҙер Анна бөтә түрәләрҙең дә уға кеселеклек менән ҡарауын, үҙенең иренә ,ниһайәт, кәрәк икәнен күргәс, ул ирен: «Кит бынан, аңғыра!»- тип кенә ҡыуып ебәрә. Ә түрә кеше Аннаның иренә Изге Анна орденын бирә, һәм меҫкен, мөгөҙлө ир был орденды муйынына тағып йөрөргә мәжбүр. Хикәйәнең аҙаҡҡы версияһы буйынса Анна байтаҡҡа оло ҡатын итеп һәм ике ағалы итеп һүрәтләнәгән. Хикәйәнең атамаһы икенсе мәғәнәлә ҡулланылған тип тә әйтергә мөмкин, сөнки Аннаның ире ҡатыны ҡуйған мөгөҙлө орденды түшендә түгел, ә муйынында йөрөтә. Ул саҡта Изге Анна орденын муйынға тағып йөрөткәндәр".

Тәнҡитселәр баһаламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙыусы һәм тәнҡитсе Юрий Говоруха-Отрок 1895 йылдың октябрендә яҙған мәҡәләһендә Чеховтың хикәйәһен А. Н. Островскийҙың сюжеттарына оҡшата. Ул: "Әгәр Островский сюжеты драма, хатта трагедияны һүрәтләһә, Чехов сюжеты комик үҙенсәлекле ",- тип билдәләй.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]