Винт (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Винт (рассказ) битенән йүнәлтелде)
Винт
Нигеҙләү датаһы 1884
Рәсем
Атамаһы Винт
Сәнғәт формаһы хикәйә
Жанр хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 29 сентябрь (11 октябрь) 1884
Первая строка В одну скверную осеннюю ночь Андрей Степанович Пересолин ехал из театра.
Баҫылған Пёстрые рассказы[d][1] һәм Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Винт  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1884 йылда «Осколки» журналының 39-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Винт» хикәйәһе 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1884 йылда «Осколки» журналының 39-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, 1886 йылда «Пестрые рассказы» йыйынтығында донъя күрә, артабан яҙыусының А. Ф. Маркс нәшер иткән әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, поляк, серб-хорват һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чеховтың ҡустыһы, Иван Павлович Чехов был хикәйәнең нисек яҙылғаны тураһында былай тип яҙа: «Винт» хикәйәһенең яҙылыу тарихы бик ҡыҙыҡлы. Иван Павлович кемгәлер барған саҡта үҙҙәрендә күп кешеләрҙең винт уйнауы тураһында һөйлй башлай. А. П. Чехов ныҡ ҡыҙыҡһынып был хәбәрҙе тыңлап тора. Кемдеңдер уйына кәрттәрҙең төҫтәрен төрлө министрлыҡтарҙың исеме менән атарға кәрәк тигән уй килә. А. П. Чехов тиҙ генә өҫтәл артына барып ултыра һәм хикәйәһен яҙып та ҡуя. Ләкин Лейкин хикәйәне : цензура үткәрмәйәсәк- тип кире ҡайтара. Яҙыусыға кәрттәрҙе һәм уларҙың төҫтәрен яңынан, министрлыҡ тип түгел, ә ҡаҙна палатаһы, губерна идаралығы һәм башҡалар тип атап, хикәйәне ҡабаттан эшләргә тура килә. Был юлы хикәйәне цензура үткәрә.»[2]

Шулай уҡ цензор И. П. Альбединскийҙың ода кеүек телгә алынып йөрөтөлгән хикәйә тураһында 1890 йылдың 12 ғинуарында былай тип рапорт яҙғаны билдәле: «Губерна идаралығы начальнигы (йәғни вице-губернатор), театрҙан өйөнә ҡайтып килгәндә идаралыҡ тәҙрәләренең яҡтыртылғанын күреп ҡала. Ул, ҡыҙыҡһынып, идаралыҡҡа барып инә һәм үҙенең ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәренең кәрттә винт уйнап ултырғанын күрә. Кәрткә төрлө түрәләрҙең фотолары йәбештерелгән була. Туз треф — вице-губернатор үҙе, дама — уның ҡатыны һәм башҡалар. Трефтар — эске эштәр Министлығы, червтәр — Каҙна палатаһы, бубендар — халыҡ мәғарифы Министрлығы, пикиҙар — Дәүләт банкы бүлеге. Начальникка уға буйһоноусыларының был уйыны бик тә шәп, тапҡыр булып тойола, шунлыҡтан ул уйлап сығарылған кәрттәр менән уйнарға тип өҫтөл артына килеп ултыра. Улар таң тыуғансы бергәләшеп кәрт уйнай. Был хикәйәне халыҡҡа уҡытыуҙы мин килешмәгән әйбер тип һанайым». Рапортта Баҫмалар буйынса баш идаралыҡ начальнигы Е. М. Феоктистовтың — «Запретить»[3] тигән резолюцияһы тора.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәнҡитсе Н. К. Михайловский, Чехов «Винт» хикәйәһендә көлкөлө элементтарҙы ҙур оҫталыҡ менән күрһәтә алған, тип яҙа»[4]. Тәнҡитсе фекерләүенсә, «Винт» яҙыусының һуңғы хикәйәләренә ҡапма -ҡаршылыҡлы тора: «Чехов әфәнде һуңғы хикәйәләрендә тормоштағы булған һәр бер нимәне шатлыҡлы, тормош яратыусан итеп ышандырып яҙыуҙан шул тиклем күңелһеҙ, ҡайғылы,рух төшөнкөлө итеп яҙыуға күсә. Быны «Налим», «Винт» һәм уларға оҡшаш күңелле, ҡыҙыҡ итеп яҙылған әҫәрҙәрҙең авторы нисек яҙа алды икән тип уйланырға ғына ҡала» [5].

Хикәй тураһында үҙ фекерҙәрен И. А. Бунин, тәнҡитсе К. Арсеньев, П. Н. Краснов, Я. Абрамовтар ҙа әйтеп үтә.

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Андрей Степанович Пересолин, Серафим Звиздулин, Степан Кулакевич, Еремей Недоехов, Иван Писулин — ҡала идаралығы чиновниктары.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҙ көндәренең береһендә ҡала идаралығы начальнигы Андрей Степанович Пересолин театрҙан һуң өйөнә ҡайтып бара. Идаралыҡ янынан үтеп барған саҡта ул дежур бүлмәһе тәҙрәләренең яҡтыртылған булыуын күреп ҡала. Чиновник эштең ниҙә икәнлеген белергә итә һәм унда барып инә. Инһә, идаралыҡ бүлмәһендә уның ҡулы аҫтында эшләүсе дүрт чиновнигы: Серафим Звиздулин, Степан Кулакевич, Еремей Недоехов һәм Иван Писулин - кәрт уйнап ултыра.

Чиновниктар уйнаған саҡта «дәүләт банкы, ҡаҙна палатаһы, губерна идараһы, халыҡ мәғарифы» һәм кәрт терминдарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе әйтеп аңлаша. Пересолинды күреп ҡалғас, чиновниктар ҡулдарындағы кәрттәрҙе өҫтәлгә ырғыта. Пересолин уларҙың нимә менән булышҡандарын тикшерә башлай. Өҫтәлдә ғәҙәттәге кәрттәр урынына, уларҙың өҫтөнә фотолар йәбештереп ҡуйылған картондар ята. Фотографиялар араһында Пересолин үҙен, ҡатынын, ҡул аҫтында эшләүселәрҙе һәм таныштарын күрә. Ул чиновниктарҙың кәрт төҫтәрен төрлө ойошмаларҙың исеме менән аталғанын, ә унда төшөрөлгән туздарҙың действительный статский кәңәшселәр, королдәрҙең статский кәңәшселәр, дамаларҙың IV һәм V класс заттарының ҡатындары, валеттарҙың — коллежский кәңәшселәр, ун һандары төшөрөлгән кәрттәрҙең - надворный кәңәшселәр һәм башҡалар булыуын асыҡлай. Чиновниктарҙың был уйлап сығарған уйындары Пересолинға бик ныҡ оҡшай, ул үҙе теге уйнаусылар янына ултыра ла уйнай башлай.

Иртәнге сәғәт етелә улар янына ҡарауылсы Назар килеп инә һәм уларҙың һөйләгән һүҙҙәрен хайран ҡалып тыңлап тора. Һушы китеп тыңлаған Назарҙы чиновниктар бүлмәнән ҡыуып сығарып ебәрә һәм уйнауҙарын дауам итә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Винт // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=112
  2. «О Чехове». — «Русское слово», 1910, № 13, 17 января, стр. 5
  3. Чехов, Литературный архив, стр. 262
  4. Н. Михайловский. Литература и жизнь. Кое-что о г. Чехове. — «Русское богатство», 1900, № 4, стр. 126—127
  5. Н. Михайловский. Литература и жизнь. — «Русское богатство», 1899, № 2, стр. 90—91