Гриша (хикәйә)
«Гриша» | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Гриша — А. П. Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, ошо йылдың 18 апрелендә Осколки журналының ун дүртенсе һанында тәүге тапҡыр баҫылған.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәнең сюжетын Чеховҡа Виктор Билибин тәҡдим иткән, ул 1886 йылдың 14 мартындағы хатында яҙыусыға былай тип яҙған : «Мин Һеҙгә мәҡәләләрегеҙ өсөн һирәк-һаяҡ темалар ебәргеләрмен…» (ГБЛ). 1886 йылдың 14 мартындағы хатында ул Чеховҡа вәғәҙә иткән бер теманы тәҡдим итә: «Бәләкәй бала Федяның (2—3—4 йәштәр тирәһе) психологияһы. (хикәйә)».
Тәүге тапҡыр хикәйә 1886 йылдың 18 апрелендә юмористик әҙәби-нәфис Осколки аҙналыҡ журналында баҫыла. Әҙ генә үҙгәртелгән версияһы Чехов тарафынан 1899—1901 йылдарҙа нәшерсе Адольф Маркс[1] баҫтырған яҙыусының әҫәрҙәр йыйынтығының беренсе томына индерелә.
Чехов тере саҡта был хикәйә венгр, немец, серб-хорват, чех телдәренә тәржемә ителә.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике йәш тә һигеҙ айлыҡ Гриша тигән малай тирә-яҡ донъяға үҙенең тәүге аҙымдарын әҙерәк үҙ һүҙле холоҡло ҡараусыһы компанияһында яһай, хатта ҡараусыһынан бер йотом алкоголь дә ҡабул итә. Кискеһен Гриша әсәһенә ҡайҙа булыуы һәм ниҙәр күреүе тураһында һөйләй. Уның һаулығы әҙ генә зыян күргәнлектән, әсәһе уны касторка майы менән дауалай.
Гришаның прототибы булып яҙыусы Н. А. Лейкиндың тәрбиәгә алынған улы Федя тора. 1884 йылда Федя яҙыусының өйөнә килтереп ташлана һәм 1886 йылдың июнендә малай яҙыусы тарафынан уллыҡҡа ҡабул ителә. Лейкин Чеховҡа бер нисә тапҡыр малайҙың тормошо тураһында яҙған була. Чехов 1885 йылда Лейкиндарҙа була һәм малайҙы гелән иҫкә төшөрә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Гриша // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Евг. Ляцкий. Ст. А. П. Чехов и его рассказы. «Вестник Европы», 1904, № 1, стр. 158.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ } (1936) Рассказ Гриша. Иҫкәрмәләр