Эстәлеккә күсергә

Молдова Республикаһы бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Молдова Республикаһы бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация (рум. Declarația de independență a Republicii Moldova) йәки Молдавияның бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы — Август фетнәһе (ГКЧП) уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң, 1991 йылдың 27 авгусында Молдавия ССР-ы Юғары Советы тарафынан № 691-се һанлы «Бойондороҡһоҙлоҡ тураһындағы декларация тураһында» законда раҫланған һәм Молдавияның СССР составынан сығыуы тураһында иғлан иткән документ[1].

Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы йыллығына почта маркаһы (1992 йыл)
Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының 10 йыллығына почта маркаһы (2001 йыл)
Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының 15 йыллығына почта маркаһы (2006 йыл)

Молдова Республикаһы Парламенты был декларацияла, молдаван халҡының мең йыллыҡ үткәнен һәм уның өҙлөкһөҙ дәүләтселеген (Молдаван кенәзлеге осоронан башлап) иҫәпкә алып, шулай уҡ был аҙымға тулы хоҡуғы бар икәненә баҫым яһап, Молдова Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Декларация Рәсәй һәм Төркиә араһында төҙөлгән Кючук-Кайнарджий (1775) һәм Бухарест тыныслыҡ договорҙары (1812) ҡарарҙарын ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итә, ике яҡты ла милли территорияны бүлгесләүҙә ғәйепләй. Шулай уҡ СССР-ҙың 1940 йылдың 2 авгусындағы «Союздаш Молдавия ССР-ы барлыҡҡа килеүе тураһында» законы һәм 1939 йылдың 23 авгусындағы Молотов-Риббентроп пакты (Германия һәм Советтәр Союзы араһындағы һөжүм итешмәү тураһындағы Килешеү), улар Бессарабия, Буковина һәм Герца өлкәһе халҡы фекерен иҫәпкә алмай ҡабул ителгәнлектән, ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итә. Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы 1990 йылдың 23 июнендәге Молдова Республикаһының суверенитеты тураһында декларацияға һәм Кишинёвта 1989—1991 йылдарҙа ҡабул ителгән Бөйөк Милли Йыйылыштың бер нисә аҙаҡҡы документтарына һылтана, шулай уҡ республика халҡының 1991 йылдың 17 мартындағы СССР һаҡланыу тураһында референдумға бойкот яһарға тулы хоҡуғын таный. Ошо документтар Молдавияның суверенитетын һәм дәүләтселеген таныу өсөн нигеҙ булып торалар. Халыҡтарҙың тиң хоҡуҡлығы һәм уларҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы тураһындағы БМО Хартияһы, шулай уҡ Хельсинки йомғаҡлау акты нигеҙендә, Молдавия Парламенты рәсми рәүештә Молдова Республикаһын суверенлы, бойондороҡһоҙ һәм демократик дәүләт тип иғлан итте. Декларацияла, 1989 йылдың 31 авгусында ҡабул ителгән тел тураһындағы законға һылтанып, илдең рәсми теле тип латин графикаһы нигеҙендә румын теле атала.

1991 йылда был документҡа 278 депутат ҡул ҡуя, һәм 27 август Молдова Республикаһы бойондороҡһоҙлоғо көнө исеме аҫтында дәүләт байрамына әйләнә. Молдавияның бойондороҡһоҙлоғо 1992 йылдың 2 мартында, ил БМО-ның даими ағзаһы булғас, рәсми рәүештә билдәләнә.

Төп документ 2009 йылда Молдавияла сыуалыштар ваҡытында янып юҡҡа сыға, әммә 2010 йылда Декларацияның тексын тергеҙеү мөмкин булды[2][3].

Бәхәстәр һәм яңылышлыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы буйынса, Молдавия суверенитеты Приднестровье, урыҫ версияһы буйынса «Заднестровье»гә лә ҡағыла, был үҙен Молдавия составында күрергә теләмәгән урындағы халыҡтың асыуын килетерә. Молдавия декларацияһы Приднестровье бойондороҡһоҙлоғон күҙ уңында тотмай. Әммә МРП юристары, Декларация, һөжүм итмәү тураһында совет-германия килешеүен ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, Молдавия ССР-ының законлылығын ғына түгел, ә Приднестровьены уның составына тапшырыуҙы ла танымай, сөнки ул бер ҡасан да Румыния йәки Молдавия составына инмәне тип раҫлай[4]. Нью-Йорк юристар ассоциацияһы Декларацияны ҡапма-ҡаршылыҡлы түгел, сөнки МРП, бойондороҡһоҙлоҡ яулау өсөн, дәүләтселектең бөтә билдәләренә лә эйә түгел тип раҫлай[5].
  • Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы илдең рәсми теле латин графикаһы нигеҙендә эшләүсе румын теле тип күрһәтә, әммә Молдова Конституцияһында Молдова Республикаһының рәсми теле латин графикаһы нигеҙендә эшләүсе молдаван теле тип күрһәтелә. Был илдә румын телен дәүләт теле тип танырға ынтылыусы Румыния һәм Молдавияның берләшеүе яҡлылар һәм үҙаллы молдаван берҙәйлеге яҡлылар араһында бәхәстәр тыуҙыра. 2013 йылда Конституцион суд, парламенттың бер килке депутаттары һорауы буйынса, Конституцияның 2013 йылдың 5 декабрендәге 36-сы һанлы ҡарарына аңлатма бирә, унда бойондороҡһоҙлоҡ тураһында Декларация Конституция тексынан өҫтөнлөк итә тип билдәләнә, шуның менән «румын теле» исеменә рәсми статус бирә[6][7][8]. Был ҡарар бер төркөм молдаван ғалимдары, сәйәсмәндәре, юристары, яҙыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре яғынан тәнҡит тыуҙырыҙы[9][10][11][12][13].
  1. Закон Республики Молдова о Декларации о независимости Республики Молдова № 691-XII от 27.08.91 2009 йыл 15 май архивланған.  (рус.)
  2. Moldova restores Declaration of Independence 2014 йыл 8 август архивланған.
  3. Text of Moldova’s Declaration of Independence recovered 2016 йыл 22 март архивланған.
  4. Ольвия Пресс: «„Органы законодательной и исполнительной власти Приднестровской Молдавской Республики на современном этапе“ — сегодня в Приднестровском госуниверситете состоялась презентация монографии»(недоступная ссылка)
  5. Thawing a Frozen Conflict: Legal Aspects of the Separatist Crisis in Moldova A Report from the Association of the Bar of the City of New York, 2006, pp. 6-8. (инг.)
  6. КОНСТИТУЦИОННЫЙ СУД Постановление Nr. 36 о толковании статьи 13 ч.(1) Конституции в соотношении с Преамбулой Конституции и Декларацией о независимости Республики Молдова 2016 йыл 7 сентябрь архивланған., 05.12.2013, Monitorul Oficial Nr. 304—310
  7. КС Молдовы решил, что государственным языком Республики Молдова является румынский, Информационное агентство «Новости-Молдова» (5 декабрь 2013). 19 декабрь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 7 декабрь архивланған.
  8. Государственным языком Молдавии признали румынский, Lenta.ru (5 декабрь 2013). 19 декабрь 2013 тикшерелгән.
  9. Экс-судья КС заявил, что решением об уравнивании молдавского и румынского языков попрана вся юридическая база и сломано верховенство Конституции. moldnews.md. Дата обращения: 3 июнь 2016. 2016 йыл 17 июнь архивланған.
  10. puls.md 2017 йыл 28 июль архивланған.
  11. "Suntem moldoveni şi punctum!" | "Независимая Молдова". www.nm.md. Дата обращения: 3 июнь 2016.(недоступная ссылка)
  12. ПОДМЕНА МОЛДАВСКОГО ЯЗЫКА РУМЫНСКИМ ОЗНАЧАЕТ ЛИКВИДАЦИЮ МОЛДАВСКОЙ ГОСУДАРСТВЕННОСТИ. Infotag.md (19 декабрь 2013). Дата обращения: 3 июнь 2016.
  13. Декларация ПСРМ относительно решения Конституционного суда от 5/12/2013. replika.md. Дата обращения: 3 июнь 2016. 2016 йыл 17 июнь архивланған.

Ҡалып:Молдавия темаларҙа Ҡалып:СССР-ҙың тарҡалыуы