Эстәлеккә күсергә

Аҡса әйләнеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Денежное обращение битенән йүнәлтелде)

Аҡса әйләнеше — тауарҙың әйләнешен, тауарһыҙ түләүҙәрҙе, иҫәп‑хисапты хеҙмәтләндереүсе ҡулаҡсалы һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡса хәрәкәте.

Ҡулаҡсалы аҡса әйләнеше тауарға һәм хеҙмәтләндереүгә түләү буйынсаса иҫәп‑хисапта, эш хаҡын, премия, пособие, пенсия, стипендия, страховкаларҙы түләүҙә ҡулланыла. Ҡулаҡсаһыҙ аҡса әйләнеше — хаҡтың ҡулаҡсаның ҡатнашлығынан тыш кредит ойошмаларының иҫәптәренә аҡса күсереү һәм үҙ‑ара талаптарҙы чектар, векселдәр, банк карталары һ.б. кредит ҡоралдары ярҙамында иҫәпләү рәүешендәге хәрәкәте. Ҡулаҡсаһыҙ аҡса әйләнеше үҫеше әйләнеш сараларының хәрәкәтен тиҙләтеүгә, ҡулаҡса күләменең һәм әйләнеш сығымдарының кәмеүенә килтерә. Аҡса һәр ваҡыт үҙенең формаһын үҙгәртеп, әйләнештең бер сфераһынан икенсеһенә күсеп йөрөй. Әйләнештәге ҡулаҡсаның күләмен, уны сығарыу һәм әйләнештән алыу күләмдәрен эмиссияға монополь хоҡуғы булған илдең Үҙәк банкыһы көйләй. Әйләнештә булған ҡулаҡсаның һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡсаның күләме аҡса массаһы менән үлсәнә. Аҡса массаһының составы һәм структураһы аҡса баҙарының үҫеш кимәле һәм характеры, ш. уҡ Үҙәк банкыһының сәйәсәте м‑н билдәләнә. Рәсәй Федерацияһында 2006 йыл аҡса массаһының күләме 6045,6 млрд һум тәшкил иткән, шуның 33,2%‑ы — ҡулаҡса, 66,8%‑ы — ҡулаҡсаһыҙ аҡса. Рәсәй Федерацияһы субъекттарында төбәк аҡса массаһының күрһәткесе (төбәк территорияһында ҡалған әйләнештәге ҡулаҡсаны, төбәк терр‑яһында урынлашҡан коммерция банкыларының һорап алғанға тиклем һәм билдәле сроклы иҫәптәрендә ҡалған ҡулаҡсаһыҙ сараларҙы үҙ эсенә ала) иҫәпләнә, 2006 й. Башҡортостан Республикаһында 139,7 млрд һум булған, шуның 42,5%‑ы — ҡулаҡса, 57,5%‑ы — ҡулаҡсаһыҙ аҡса. Иҡтисадты аҡса м‑н тәьмин итеү кимәле эске тулайым продукттың (субъекттарҙа — тулайым төбәк продуктының) монетизация күрһәткесе, йәғни аҡса массаһының тулайым продукт күләменә ҡарата мөнәсәбәте м‑н характерлана. 2005 й. респ. был күрһәткес 27,8%‑тан 30,4%‑ҡа тиклем үҫә (Рәсәй Федерацияһында — 26,1%‑тан 27,9%‑ҡа тиклем).