Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт һәләкәт сере, йәки урыҫ Рокамболы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт һәләкәт сере, йәки урыҫ Рокамболы
Нигеҙләү датаһы 1882
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1923

Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт һәләкәт сере, йәки урыҫ Рокамболы — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1882 йыл тирәһендә яҙыла, тәүге тапҡыр 1923 йылда нәшриәтсе С. Д. Балухатый «Литературная мысль» альманахында баҫтырып сығара.

Баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт һәләкәт сере, йәки урыҫ Рокамболы» хикәйәһе, ҡултамғаһыҙ һәм датаһыҙ, 1882 йыл тирәһендә яҙыла, тәүге тапҡыр нәшриәтсе С. Д. Балухатый уны 1923 йылда «Литературная мысль» альманахында баҫтырып сығара. Хикәйәнең һуңлап баҫылыуы Эске эштәр министрының 1882 йылдың 14 авгусындағы «Тимер юлдарҙа булған бәхетһеҙ осраҡтар сәбәпле, Тимер юлдар министрлығына ҡаршы агитация характерындағы мәҡәләләр баҫтырмау тураһында» бойороғо менән бәйле. Был ҡарар «цензураһыҙ баҫмалар редакторҙарына ҡултамға ҡуйыу өсөн иғлан ителгән»[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1880 йылда мәскәү гәзиттәрендә таганрог контрабандисы-миллионер[2] М. Вальяно мажаралы эше материалдары, 300 000 һум ҡаҙна аҡсаһы[3] булған саквояжын юғалтан «Мельницкий эше» материалдары баҫыла. Чехов был эштәрҙең барышын күҙәтеп барған, үҙенең «Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт һәләкәт сере, йәки урыҫ Рокамболы» хикәйәһендә ул реаль кешеләрҙең исемдәрен үҙгәртмәй алған.

«Француз теленән тәржемә» атамаһын уҡыусылар Понсон дю Террайль (Пьер Алексис) «Рокамболдең мажаралары» һәм «Терелгән Рокамболь» енәйәти романдары менән бәйләгән. Әммә "Рус Рокамболы"ның йөкмәткеһе башҡа булған, рәсәй гәзите йылъяҙмаһы, Мәскәү-Курск тимер юлы («кукуй һәләкәте») һәләкәте тураһындағы хәбәрҙәре менән бәйле. 1882 йылда почта-пассажир поезы Тула — Орёл тимер юлы участкаһында Кукуевка ауылы янында һәләкәткә осраған. Йәшенле ямғырҙан һуң, тимер юлдағы тупраҡ өйөмө йыуылғанлыҡтан, поезд туранан-тура ер эсенә инеп китә. Пассажирҙар ултырған ҡайһы бер вагондар ер менән күмелә. Һәләкәттә 50 кеше һәләк була. Һәләкәт урынына журналист Владимир Гиляровский килә. Уның һәләкәт урынынан яҙған репортаждарын бөтә Рәсәй уҡый. Гиляровский былай тип яҙа: «Юл яраҡһыҙ торошта көйө ҡулланылған, тәртипһеҙ, ҡаралмаған хәлдә булһа ла, миллионлы дивидендтар килтергән. Ул арзан торған, ләкин пассажирҙар ғүмерен баһалау күҙлегенән ҡарағанда, тағы ла арзаныраҡ торған»[4].

Чеховтың «Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт һәләкәт сере, йәки урыҫ Рокамболы» хикәйәһе бик күп һүрәтләнмәгән персонаждар, ниндәйҙер дошмандар, станциянан станцияға күсенеп йөрөүҙәрҙе индергән өс ҡыҫҡа бүлектән тора.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

5-се дәрәжәле Арыҫлан һәм Ҡояш ордены

Көҙгө бер кистә Таганрогтан Скопин ҡалаһына фарсы Арыҫлан һәм Ҡояш ордены кавалеры Рыковҡа шундай текслы телеграмма килә: «Барыһы ла һәләк булды. Ул һатҡан. Мине төрмәгә яптылар. Таможняла ҡулға алыуҙар башланды. Ҡот отҡос! Ерле юҡҡа Узембло уға был ҡатынды бирмәне. Яуап түләнмәне. М. Вальяно». Скопин Свентицкийҙы саҡырып ала ла аңлатма биреүен талап итә. Свентицкий, Вальяно ла мин яратҡан ҡатынды яратам, тине, һәм ул, һин үлергә тейешһең, тине. Улар Вальяноның аҡсаһы, үҙҙәренең Маргаритаға һырығыуҙары тураһында һөйләшәләр. Шау-шыулы һөйләшеү Рыковтың аҡырып илауы менән тамамлана, ә инженер Свентицкий «Аневризма» станцияһына китә. Уны ниндәйҙер Узембло һәм башҡа енәйәттәштәре көтә.

Икенсе бүлектә беренсе зат йөҙөнән һөйләүсе икенсе класлы купела барған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Поезд «Аневризма» станцияһынан сабып китә, һөйләүсе менән Узембло ла китеп бара. Һөйләүсе уға ике тапҡыр хлороформ һалынған флаконды еҫкәргә бирә, һәм шуға Узембло һәм уның юлдашы йоҡлап китә. Яҡындағы бер станцияла автор йоҡлаған был кешеләрҙе ҡаршы яҡҡа китеп барған поезға күсерә, ә үҙе Петербургҡа китә. Унда, таныштары урап үтергә кәңәш иткән, ниндәйҙер бер Казаковты осрата.

Өсөнсө бүлегендә отставкалағы портупей-юнкер Кочетов иҫкәртеүсе телеграмма ала һәм Мәскәүҙән «Аневризма»ға кәңәшмәгә китә. Бында хикәйәсе Маргарита булған балға эләгә. Чехов балды һүрәтләй, ошо балдан һуң хикәйәсе Свиридов бабайға Курскиға китә. Әммә ниндәйҙер дошмандар тимер юлына зыян килтергән булып сыға һәм «поезд йәһәннәмгә оса».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Тайны ста сорока четырёх катастроф, или русский Рокамболь // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Архив Московского цензурного комитета. ЦГАМ, ф. 31, оп. 3, ед. хр. 2173, л. 178
  2. «Московский листок», 1881, 24 декабря
  3. «Московский листок», 1881, № 83 и след.
  4. «Московский листок» от 8 июля 1882 года