Эстәлеккә күсергә

Эсперанто музыка мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эсперанто телендә музыкаль компакт-дискылар

Эсперанто музыка мәҙәниәте —  эсперанто телендә яҙылған, яҙҙырылған һәм башҡарылған йырҙар. Эсперанто-артистарҙың был телде белеү һәм музыкаль белем кимәле үҙгәреп тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре, эсперанто телдә һөйләшмәһә лә, тексты ятлап алыу юлы менән, йырҙарҙы башҡаралар. Шулай уҡ эсперантоны популяр музыкала ла осратырға мөмкин.

Танылған эсперанто-төркөмдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Dolchamar
  • Kaj Tiel Plu
  • Persone
  • Ĉu vi pretas?! — Dolchamar йыры, ул рәсми рәүештә яҙылған беренсе эсперанто хип-хоп йыры[1].
  • Espero La — эсперанто-хәрәкәтенең традицион гимны, ул Людвик Заменһофтың ошо уҡ исемдәге шиғырына нигеҙләнеп яҙылған.
  • Бамба Ла. Эсперантсыларҙың йәштәр эсперанто-осрашыуҙарында популяр булған мексика халыҡ йырының эсперантоға тәржемәһе. Уны башҡарған ваҡытта бейеүселәр эргәһендәгеләрҙең яуырындарына тотоноп, әле уңға. әле һулға хәрәкәт итә-итә, түңәрәк буйлап йөрөйҙәр. Шулай уҡ түңәрәк уртаһындағы бер нисә кеше лә бейеп тора, уларға түңәрәккә баҫыу өсөн, үҙҙәренә оҡшаған кешене өс тапҡыр үбергә кәрәк, шунан һуң улар урындары менән алмашыналар[2]. Бейеү 1982 йылда 38-енсе Халыҡ-ара эсперанто йәштәре конгресында[3] барлыҡҡа килә. Йырҙың популярлығы уның 1990 йылда[4] TEJO рәсми гимн булып раҫланғас, йырҙың популярлығы тағы ла арта. Әммә һуңыраҡ был ҡарар ғәмәлдән сығарыла.
  • EUROKKA (эспер. Esperanto-Universala-Rok-Organizo, Kolektiva Komunik-Asocio; рус. Всемирная эсперанто-ассоциация рок-музыки) — эсперанто-ассоциацияһының рок-музыкаһы.
  • Vinilkosmo — эсперанто музыкаһы лейбы .
  1. Информация о группе Dolchamar 2013 йыл 2 июнь архивланған.
  2. Танец Ла бамба
  3.  (эсп.)
  4. Wandel, Amri: De Playa Girón al Villa Trópico.

Эсперанто музыкаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]