Эстәлеккә күсергә

Федянин Николай Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Николай Дмитриевич Федянин битенән йүнәлтелде)
Николай Дмитриевич Федянин
Николай Дмитриевич Федянин
Таганрог ҡалаһы мэры
Алдан килеүсе: Семериков, Константин Анатольевич
Дауамсы: Прасолов, Владимир Александрович
 
Тыуған: 19 ноябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (67 йәш)
Зодубровка ауылы,
Беловский районы,
Кемерово өлкәһе
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
 
Наградалары:
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Дуҫлыҡ ордены

Федянин Николай Дмитриевич (19 ноябрь 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. Таганрог ҡалаһы мэры (20032012), Ростов өлкәһе буйынса хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе (2013 йылдан алып).

1956 йылдың 19 ноябрендә Кемерово өлкәһе Беловский районы Зодубровка ауылында тыуған[1]. Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтын «Машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологияһы» (1978) һөнәре буйынса тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1978 йылда алмаш механик вазифаһынан башлай, һуңынан Таганрог комбайн заводының ҡойоу цехы башлығы урынбаҫары, цех башлығы булып эшләй. 1983 йылдан 1991 йылдарға тиклем завод партия комитеты сәркәтибе урынбаҫары, Таганрогта Октябрь районы партия комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, комбайндар заводында партия комитеты секретары булып эшләй. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана (1990—1991). 19912001 йылдарҙа «ТКЗ» производство берекмәһенең тимерлек-ҡойоу заводы директоры, «ТКЗ» акцмонер йәмғиәтенең вице-президенты — коммерция директоры, «ТКЗ» акцмонер йәмғиәтенең етештереү һәм маркетингы буйынса генераль директор урынбаҫары, генераль директор урынбаҫары — Таганрог автомобилдәр заводы автомобиль производствоһы директоры булып эшләй. 2001 йылда ҡала үҙидараһы Башлығының беренсе урынбаҫары — Таганрог ҡала хакимиәте Башлығы итеп тәғәйенләнә.

2003 йылдың 29 июнендә Таганрог ҡалаһының ҡала үҙидараһы башлығы (мэры) итеп һайлана. 2007 йылдың 2 декабрендә ҡабат Таганрог ҡалаһы мэры итеп һайлана[2].

2013 йылдың 1 апрелендә Ростов өлкәһе буйынса хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә[3].

  1. Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2003. — 512 с — ISBN 5-7509-0662-0.
  2. Мэр города Таганрога. Дата обращения: 24 август 2010. Архивировано 18 март 2012 года.
  3. Алина Ключко Бывший мэр Таганрога назначен руководителем инспекции труда по Ростовской области // donnews.ru. 03.04.2013 2013 йыл 24 апрель архивланған.