Эстәлеккә күсергә

Янка Купала һәйкәле (Минск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Памятник Янке Купале (Минск) битенән йүнәлтелде)
Янка Купала һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1972
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Урын Янка Купала исемендәге парк (Минск)
Булдырыусы Аникейчик, Анатолий Александрович[d], Заспицкий, Андрей Михайлович[d] һәм Гумилевский, Лев Николаевич[d]
Дата производства 1972
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Һүрәтләнгән объект Янка Купала һәм Цветок папоротника[d]
Архитектор Юрий Михайлович Градов[d] һәм Леонид Менделевич Левин[d]
Карта

Минскта Янка Купала һәйкәле — Минск ҡалаһында мәшһүр белорус шағиры Янка Купала һәйкәле. 1972 йылда Янка Купала исемендәге паркта халыҡ шағирының тыуыуының 90-йыллығына ҡуйыла[1].

Һәйкәлдең композицияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур гранит постаментта Янка Купала бөтә кәүҙәһе менән, ҡулына таяҡ тотоп баҫып тора. Һәйкәл нигеҙендә— шишмә һәм абаға сәскәһе. Һәйкәл Янка Купаланың шәхесен шағир-көрәшсе итеп кәүҙәләндерә.

Шағирҙың һәйкәле өсөн урын Янка Купала исемендәге паркта, диоганаль эшләнгән аллеяла, алдан уҡ билдәләп ҡуйылған була, ул урын егерме йылдан ашыу буш тора.

Янка Купалаға беренсе һәйкәл Минскта Үҙәк скверҙа 1949 йылдың 23 июнендә ҡуйылған була[2]. Ул гранит постаментҡа урынлаштырылған шағирҙың бюсынан ғибәрәт була. 1972 йылда Янка Купала паркында яңы һәйкәл ҡуйыла, ә бюст шағирҙың тыуған иле Вязынкаға күсерелә, хәҙер ҙә ул шунда тора.

Скульпторҙар:

  • Л. Гумилевский
  • А. Аникейчик
  • А. Заспицкий

Архитекторҙар:

  • Л. Левин
  • Ю. Градов