Перов Николай Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Перов, Николай Сергеевич битенән йүнәлтелде)
Перов Николай Сергеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 май 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны МДУ-ның физика факультеты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Перов Николай Сергеевич (22.05.1954)[1] — физика-математика фәндәре докторы, профессор. 2013 йылдан Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында магнетизм кафедраһы мөдире. Магнит үҙенсәлектәрен тикшереү лабораторияһы мөдире[2]. Хирша индексы — 17[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Перов Николай Сергеевич 1954 йылдың 22 майында тыуған.

1977 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай.

1983 йылда КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты янындағы маркси́зм-ленини́зм университе́тын тамамлай.

1986 йылда «Исследование ансамблей мелких магнитных частиц» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2007 йылдан алып — магнетизм кафедраһы мөдире урынбаҫары.

2009 йылда «Исследование магнитных свойств микро- и нанонеоднородных систем» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2013 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында магнетизм кафедраһы мөдире.

7 фән кандидаты әҙерләгән[4].

Магнит йәмғиәте (МАГО) президенты [5].

Мәскәү магнетизм буйынса Халыҡ-ара симпозиумды ойоштороу комитеты рәйестәше (MISM-2017).

Төбәк-ара ғилми хеҙмәткәрҙәр йәмғиәте ағзаһы[6]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Функциональ материалдарҙың магнит үҙсәнлектәре

Магнетизмда эксперименталь ысулдар

Шыйығайтылған магнит ярымүткәргестәр

Магнит нано структуралар һәм нано киҫәксәләр

Педагогик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыған махсус курстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физик экспериментты автоматлаштырыу (6 семестр) (программа)

Заманса магнит лабораторияһын эксперименталь йыһазландырыу (10 семестр) — һайлау буйынса (программа)

Студенттар өсөн семинар «Современные проблемы магнетизма» (факультатив) (программа)

«Магнетизм вокруг нас» (факультет ара курс, 30 сәғәт)[7]

Баҫма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҫмалары исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Клуб выпускников МГУ. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  2. Сайт кафедры магнетизма физического факультета МГУ. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  3. Список российских учёных, имеющих индекс цитирования > 1000
  4. Nikolay Perov, Curriculum Vitae . Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  5. Магнитное общество МАГО . Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  6. Перов Николай Сергеевич . Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  7. Межфакультетский курс «Магнетизм вокруг нас». Отдельные главы. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]