Һауа транспорты буйынса федераль агентлыҡ
Уҡыу көйләүҙәре
(Росавиация битенән йүнәлтелде)
Һауа транспорты буйынса федераль агентлыҡ (рус. Федеральное агентство воздушного транспорта) йәки Росавиация — Рәсәй Федерацияһы транспорт министрлығына буйһонған дәүләт органы. Авиация өлкәһендә тикшереү һәм күҙәтеү эштәре менән шөғөлләнә.
Росавиация агентлығы административ реформа сиктәрендә, Рәсәй Федерацияһы Президентының 314 һанлы Башҡарма власть органдарының системаһы һәм төҙөлөшө тураһындағы Указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән[1].