Саң манараһы (Шерешёво)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саң манараһы
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Шерешево[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Карта
 Саң манараһы Викимилектә

Саң манараһы (рус. Звонница (Шерешёво)) — Брест өлкәһенең Пружан районы Шерешёво ҡасабаһында Совет урамында, үҙәк майҙан тирәһендә урынлашҡан манара. Таш архитектураһы йоғонтоһо менән халыҡ төҙөлөш сәнғәте ҡомартҡыһы[1]. Уның айырымлығы архитектура -художество һәм конструктив формаларҙың камиллығында[2], уларҙың бер нисәһе, тикшеренеүсе В.А.Чантурия фекере буйынса, барокко архитектураһына ҡарай[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағастан 1799 йылда төҙөлгән саң манараһы айырым һәм шул уҡ ваҡытта 1760 йылғы Изге-Пречистенский сиркәү менән йәнәш һалынған, һуңғыһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған[1][2][4].

1990 йылдан саң манараһы консервацияла[4].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Декоратив формалар әҙ ҡулланылғанлыҡтан саң манараһы ыҡсымлығы менән айырыла. Күләмле төҙөлөшө һәм матур силуэты саң манараһынына художестволы эффект бирә. Төҙөү ваҡытында рациональ һәм тормошта һыналған конструкциялар Һайлап алына; урындағы оҫталар төҙөлөштөң көндәлек практикаһынан улар менән яҡшы таныш була[3].

Планында квадрат рәүешендә (5,3 × 5,6 м, бейеклеге 18 метр), саң манараһы ике ярустан тора: аҫҡы бура «лапалы» һәм үргекаркаслы. Беренсе ярустың япмаһы булып пропрорциональ бейек дүрт яҡлы ҡыйыҡ хеҙмәт итә[Комм 1], икенсеһен сатырлы дүрт яҡлы гонт түбәһе һәм иң өҫтөндә көмбәҙе менән алты ҡырлы барабан тамамлай[1][4][Комм 2]. Өҫкө һәм түбәнге ярустарҙы бүлеп тороусы нәҡ шундай элемент саң манараһының пластикаһын байыта, уның композицияһында үҙаллы роль уйнай[5]. Икенсе ярусты тәшкил иткән һигеҙ терәү таяу төрлө кәкре һыҙыҡлы терәүҙәр менән берләшә, улар ярҙамында ярустың уйымдарына аркатура эффекты бирелә[2][Комм 3], һәм стилгә һалынған балюстрадалы (семәрле таҡта) кәртә менән уратып алына[2]) оградой[1][4][Комм 4]. Ҡыйыҡты тотоп торған бүрәнәләр үреме шул уҡ терәк таяуҙарҙа ята. Ҡыйыҡтың барабанға күсеше ҙур булмаған тулҡындар менән билдәләнә, улар төньяҡ һәм көньяҡ яҡтарҙың урта өлөштәре ярҙамында ойошторола[2][4]..

А.И. Локотко классификацияһы буйынса буралы, ҡағиҙә булараҡ, ике - һәм өс ҡатлы саң манараларына ҡарай[6].

Комментарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Иногда характеризуется как широкий навес гонтового причёлка (см.: Шарашоўская званіца // Архітэктура Беларусі. — Мн.: БелЭн, 1993. — С. 487. — 620 с. — ISBN 5-85700-078-5.) или широкий гонтовый отлив (см.: Алисейчик В. В. Колокольня // Свод памятников истории и культуры Белоруссии. Брестская область. — Мн.: БелСЭ, 1990. — С. 376. — 424 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-85700-017-3.)
  2. Иногда завершение второго яруса характеризуется как «четвериковый шатёр, над которым возвышается глухой восьмерик с шатром и шпилем». См.: Гісторыя беларускага мастацтва / Рэдкал.: С. В. Марцэлеў (гал. рэд.) і інш.; Рэд. тома Л. М. Дробаў, П. А. Карнач. — Мн.: Навука і тэхніка, 1989. — Т. 3: Канец XVIII — пач. XX ст.. — С. 63. — 448 с. — ISBN 5-343-00319-2.
  3. Именно подкосы с криволинейными подрубами и позволяют, по мнению исследователя Чантурии В. А., проследить в звоннице формы архитектуры барокко. См.: Чантурия В. А. Памятники архитектуры и градостроительства Белоруссии. — Мн.: Полымя, 1986. — С. 41—42. — 240 с.
  4. Иногда отделка верхнего яруса описывается как плоские балясы и аркадные голосники. См.: Гісторыя беларускага мастацтва / Рэдкал.: С. В. Марцэлеў (гал. рэд.) і інш.; Рэд. тома Л. М. Дробаў, П. А. Карнач. — Мн.: Навука і тэхніка, 1989. — Т. 3: Канец XVIII — пач. XX ст.. — С. 63. — 448 с. — ISBN 5-343-00319-2.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Кулагін А. М. Праваслаўныя храмы на Беларусі : энцыклапедычны даведнік. — Мн.: БелЭн, 2001. — С. 207. — 328 с. — ISBN 985-11-0190-7.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Алисейчик В. В. Колокольня // Свод памятников истории и культуры Белоруссии. Брестская область. — Мн.: БелСЭ, 1990. — С. 376. — 424 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-85700-017-3.
  3. 3,0 3,1 Чантурия В. А. Памятники архитектуры и градостроительства Белоруссии. — Мн.: Полымя, 1986. — С. 41—42. — 240 с.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Шарашоўская званіца // Архітэктура Беларусі. — Мн.: БелЭн, 1993. — С. 487. — 620 с. — ISBN 5-85700-078-5.
  5. Гісторыя беларускага мастацтва / Рэдкал.: С. В. Марцэлеў (гал. рэд.) і інш.; Рэд. тома Л. М. Дробаў, П. А. Карнач. — Мн.: Навука і тэхніка, 1989. — Т. 3: Канец XVIII — пач. XX ст.. — С. 63. — 448 с. — ISBN 5-343-00319-2.
  6. Лакотка А. І. Драўлянае сакральна-манументальнае дойлідства Беларусі. — Мінск: Беларусь, 2003. — С. 35. — 224 с. — ISBN 985-01-0423-6.