Сибай телевидениеһы
Уҡыу көйләүҙәре
(Сибайское телевидение битенән йүнәлтелде)
| Сибай телевидениеһы | |
| рус. Сибайское телевидение | |
| Ил | |
|---|---|
| Тапшырыу зонаһы | |
| Эшләй башланған ваҡыт | |
| Нигеҙләүсе |
Сибай ҡала хакимиәте |
| Милексе |
муниципаль милек |
| Сайт | |
Сибай телевидениеһы, СибайТВ, СТВ (рус. Сибайское телевидение) — Сибай ҡалаһы телеканалы. Сибай ҡала хакимиәте тарафынан 1989 йылда ойошторола. Тапшырыуҙар Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә (урыҫ һәм башҡорт телендә) сыға. Эфирға әҙерләнгән тапшырыуҙар төрө ике тиҫтәнән ашыу; улар сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт, спорт өлкәләренә, ҡала халҡының тормош-көнкүрешенә ҡағыла, шулай уҡ күңел асыу һәм интерактив йүнәлешле жанрҙар бар. Башҡортса даими тапшырыуҙар:
- «Яңылыҡтар»
- «Фекер»
- «Рухи мираҫ»
- «Әмәл»
- «Кеше яҙмышы»
- «Йәшәү йәме»
- «Ислам бөгөн»
- «Хаят»
- «Йылъяҙма»
- «Арғымаҡ»
- «Мәҙәни мөхит»
- «Шиғриәт/ Поэзия»
- «Спорт»