Трагедия (жанр)
Уҡыу көйләүҙәре
(Трагедия битенән йүнәлтелде)
Трагедия — драманың боронғо жанры. Унда башлыса хәл итеп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һүрәтләнеп, геройҙарҙың характеры фажиғәле хәлдәрҙә, һәләкәткә илтә торған тиңһеҙ көрәштә асыла. Трагедияның нигеҙенә һалынған низағ төп геройҙың фажиғәле үлеме менән хәл ителә.
Башҡорт әҙәбиәтендә трагедияның юғары өлгөһөн Мостай Кәрим бирҙе: «Ай тотолған төндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» әҫәрҙәре Башкортостанда ғына түгел, бөтә ил күләмендә ҙур баһа алды.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 10 класс. Өфө-2003 йыл ISBN 5-295-03161-6
- Ғ.Б. Хөсәйенов Әҙәбиәт теорияһы.